34 Авимәләх төндә ғәскәре менән юлға сыҡты. Улар, дүрт төркөмгә бүленеп, Шәхәм эргәһендә боҫҡон булып урынлашты.
Бер мәл арамиҙар Исраилға барымта менән барғанда, бәләкәй генә ҡыҙҙы әсиргә алғайны. Уны Нағамандың ҡатынына хеҙмәтселеккә бирҙеләр.
Ә иртәнсәк ҡояш сығыр-сыҡмаҫтан ҡалаға һөжүм ит. Ғалғал янындағы кешеләре менән һиңә ҡаршы сығыр ҙа уның менән ҡулыңдан килгәнде эшлә».
Иртәнсәк, Ғәвәд улы Ғағал ҡала ҡапҡаһы янында баҫып торғанда, Авимәләх үҙенең һуғышсылары менән йәшенгән еренән сыҡты.