30 Ҡала башлығы Зевул, Ғәвәд улы Ғағалдың һүҙҙәрен ишетеп, бик асыуланды.
Ғәвәд улы Ғағал ағай-энеләре менән Шәхәмгә күсеп килде. Ул Шәхәм халҡының ышанысын ҡаҙанды.
Әгәр ҙә был халыҡ минең ҡул аҫтымда булһа, мин Авимәләхте ҡыуып ебәрер инем! – тине. Шунан Ғағал Авимәләхкә: – Ғәскәреңде йый ҙа алышҡа сыҡ, – тип һүҙ ташланы.
Ул йәшерен рәүештә Авимәләхкә сапҡын ебәреп: «Ғәвәд улы Ғағал һәм уның ағай-энеһе Шәхәмгә килеп ҡаланы һиңә ҡаршы ҡоторта, – тип хәбәр итте.
Авимәләх Арумала урынлашты, ә Зевул Ғағалды һәм уның ағай-энеһен Шәхәмдән ҡыуып сығарҙы.