Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 9:28 - Изге Яҙма

28 Ғәвәд улы Ғағал уларға: – Авимәләх кем ул? Ә Шәхәм халҡы кем? Нишләп беҙ Авимәләхкә хеҙмәт итергә тейеш? Ул Йеруббәғелдең улы һәм уның баш яраны Зевул түгелме? Әйҙәгеҙ, Шәхәмдең атаһы Хамор тоҡомона хеҙмәт итәйек! Ниңә беҙ Авимәләхкә хеҙмәт итәбеҙ?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 9:28
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул сатырын ҡорған ер биләмәһен Шәхәмдең атаһы Хаморҙың улдарынан йөҙ ҡыситаға һатып алды.


Был ерҙең хакимы хиууи Хаморҙың улы Шәхәм ҡыҙҙы күрҙе лә тотоп алып көсләне.


Шәхәмдең атаһы Хамор Яҡуп менән һөйләшергә килде.


Шунда осраҡлы рәүештә бер йүнһеҙ әҙәм – Бинйәмин ырыуынан Бихри улы Шевағ килеп эләккән була. Шул кеше, борғо ҡысҡыртып, халыҡты йыйҙы ла: – Дауытта беҙҙең өсөн өлөш юҡ, Ишай улында биләмә юҡ беҙгә. Эй исраилдар, һәр кем үҙ өйөнә ҡайтһын әйҙә, – тип ҡысҡырҙы.


Батшаның үҙҙәрен тыңламағанын күргәс, бөтә исраилдар уға: – Дауыт менән ниндәй уртаҡлығыбыҙ бар беҙҙең? Ишай улының биләмәһендә беҙҙең өлөшөбөҙ юҡ! Эй Исраил халҡы, әйҙәгеҙ таралышайыҡ! Дауыт йорто инде үҙ нәҫелен генә ҡараһын! – тинеләр ҙә өйҙәренә ҡайтып киттеләр.


Ғәвәд улы Ғағал ағай-энеләре менән Шәхәмгә күсеп килде. Ул Шәхәм халҡының ышанысын ҡаҙанды.


Авимәләх Арумала урынлашты, ә Зевул Ғағалды һәм уның ағай-энеһен Шәхәмдән ҡыуып сығарҙы.


Навал Дауыттың хеҙмәтселәренә: – Кем ул Дауыт? Ишай улы кем? Әлеге заманда хужаларынан ҡасып йөрөгән ҡолдар үтә күбәйеп китте түгелме? – тип яуапланы. –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ