26 Ғәвәд улы Ғағал ағай-энеләре менән Шәхәмгә күсеп килде. Ул Шәхәм халҡының ышанысын ҡаҙанды.
Ибрам Лутҡа: – Беҙ бит туғандар, – тине. – Үҙебеҙҙең арала ла, көтөүселәребеҙ араһында ла ыҙғыш-талаш булмаһын!
– Ағай-эне, бындай золом ҡылмағыҙ!
Шәхәм кешеләре, Авимәләхте дошман күргәнлектән, тау баштарында боҫҡондар ҡора торған булды. Улар юлдан үтеп барған һәр кемде таланы. Был хаҡта Авимәләхкә хәбәр иттеләр.
Шәхәмдәр яланға баҡсаларға барып йөҙөм йыйҙы, уны һығып, байрам ойошторҙо, үҙ илаһтарының йортонда ултырып ашаны-эсте һәм Авимәләхте һүкте.
Ғәвәд улы Ғағал уларға: – Авимәләх кем ул? Ә Шәхәм халҡы кем? Нишләп беҙ Авимәләхкә хеҙмәт итергә тейеш? Ул Йеруббәғелдең улы һәм уның баш яраны Зевул түгелме? Әйҙәгеҙ, Шәхәмдең атаһы Хамор тоҡомона хеҙмәт итәйек! Ниңә беҙ Авимәләхкә хеҙмәт итәбеҙ?
Ҡала башлығы Зевул, Ғәвәд улы Ғағалдың һүҙҙәрен ишетеп, бик асыуланды.