14 Аҙаҡ килеп, бөтә ағастар күгән ҡыуағына: «Әйҙә, һин беҙҙең өҫтән батша бул», – тигәндәр.
Исраил батшаһы Йеһоаш Йәһүҙә батшаһы Амасъяһҡа былай тип яуапланы: «Бер заман Ливанда үҫкән сәнскәк ҡыуаҡ кедр ағасына: „Ҡыҙыңды минең улыма кәләш итеп бир“, тип яусы ебәргән, имеш. Әммә Ливандың бер ҡырағай януары, үтеп барышлай уны иҙә тапап киткән, ти.
Йөҙөм ағасы уларға: «Илаһтарҙың һәм кешеләрҙең күңелен аса торған һутымды биреүҙән туҡтап, башҡа ағастар өҫтөнән тәлгәштәремде һелкетеп торайыммы?» – тигән.
Күгән ҡыуағы: «Әгәр ҙә һеҙ мине ысынлап та үҙегеҙҙең өҫтән батша итеп мәсехләйһегеҙ икән, килегеҙ, күләгәмә һыйынығыҙ. Әгәр ҙә юҡ икән, күгән ҡыуағынан ут сығыр һәм Ливан кедрҙарын ялмап йотор», – тигән.