1 Йеруббәғел улы Авимәләх, Шәхәмгә үҙ әсәһенең туғандарына барып, уларға һәм уларҙың бөтә нәҫеленә былай тине:
Паддан-Арамдан ҡайтҡас, Яҡуп Ҡәнғәндең Шәхәм ҡалаһына иҫән-һау килеп етте һәм унан алыҫ түгел ерҙә туҡталды.
Был ерҙең хакимы хиууи Хаморҙың улы Шәхәм ҡыҙҙы күрҙе лә тотоп алып көсләне.
Батша хөкөмөнә килгән һәр кеше менән Авшалом үҙен шулай тотто, шул рәүешле ул әкренләп Исраил халҡының күңелен яулай барҙы.
Рехавғам Шәхәмгә юлланды, сөнки бөтә исраилдар, уны үҙҙәренең батшаһы тип иғлан итер өсөн, шунда йыйылғайны.
Яровғамдың ҡайтҡанын ишетеп, халыҡ уны йыйынға саҡырҙы һәм Исраилға батша итеп ҡуйҙы. Дауыт нәҫеленә бары тик Йәһүҙә ырыуы ғына ҡалды.
Исраилдар, кеше ебәреп, Яровғамды саҡырып алдылар. Шунан Яровғам менән бөтә Исраил йәмғиәте бергә Рехавғам янына килеп былай тине:
Шунан ҡайһы бер кешеләр: – Әйҙәгеҙ, Йермеяһҡа ҡаршы мәкер ҡорайыҡ! – тинеләр. – Беҙҙә ҡанун өйрәтәсәк ҡаһиндар, өгөт-нәсихәт бирәсәк аҡыл эйәләре, һүҙ әйтәсәк пәйғәмбәрҙәр бер ваҡытта ла бөтәһе түгел. Әйҙәгеҙ, уны телебеҙ менән еңәйек, уның бер һүҙенә лә ҡолаҡ һалмайыҡ.
Шәхәм, Шило һәм Самария ҡалаларынан һаҡалдарын ҡырған, кейемдәрен йыртҡыслаған, тәндәрен йәрәхәтләп бөткән һикһән кеше килде. Улар, Раббы йортона тип, икмәк саҙаҡалары, хуш еҫле ыҫмала-майҙар алып килгәйне.
Һыйыныу ҡалалары тип иғлан ителделәр: Галилеяла, Нафтали тауҙарында – Ҡәдәш; Әфраим таулығында – Шәхәм; Йәһүҙә тауҙарында – Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон.
Уның етмеш улы бар ине, сөнки ҡатындары күп булды.
Шулай уҡ Шәхәмдә йәшәгән йәриәһе лә уға малай табып бирҙе. Гидғон был улына Авимәләх тип исем ҡушты.
Шулай уҡ Йеруббәғел, йәғни Гидғон йортона ла, уның күрһәткән яҡшылыҡтарына ҡарамай, тоғролоҡ һаҡламанылар.