8 Бынан ул Пенуилға китте һәм унда йәшәүселәргә лә шул уҡ үтенес менән мөрәжәғәт итте. Пенуил халҡы ла Суккоҫ кешеләре һымаҡ яуап бирҙе.
Шуға күрә Исраилдың нәҫел-нәсәбе ошо көнгә тиклем хайуан ботондағы һеңерле итте ашамай – Яҡуп менән Алышҡан Зат уның янбашындағы тап ошо еренә һуҡҡан бит.
Яровғам Әфраим таулығындағы Шәхәм ҡалаһында нығытмалар төҙөттө һәм шунда йәшәй башланы. Һуңыраҡ унан китеп Пенуил ҡалаһын төҙөнө.
„Мероз ҡалаһын ләғнәтлә! – тине Раббы фәрештәһе. – Унда йәшәүселәрҙе ҡарға! Улар Раббыға ярҙамға килмәнеләр. Баһадирҙарға ҡаршы алышҡа Ярҙамға килмәнеләр Раббыға“.
Икмәгемде, һыуымды, һарыҡ ҡырҡыусылар өсөн салған малымдың итен белмәгән-күрмәгән кешеләргә тоттороп ебәрәйемме инде хәҙер?