33 Гидғон үлгәс, Исраил халҡы йәнә элекке ҡылыҡтарына тотондо, Раббыға тоғролоҡ һаҡламайынса, бәғелдәргә табына башланы һәм үҙҙәренә илаһ итеп Бәғел-Бериҫты эшләп ҡуйҙы.
Йоаш ғүмере буйы Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды, сөнки Йеһоядағ ҡаһин уны бер ваҡытта ла кәңәшенән өҙмәне.
Бәғел арҡаһында ата-бабалары исемемде онотҡан кеүек, бер-береһенә төштәрен һөйләп, халҡымдан исемемде онотторорға теләйҙәр улар.
Йәһүҙә тыйғыһыҙ фәхешлеге менән ерҙе нәжесләне, таш менән дә, ағас менән дә зина ҡылды.
Йушағ дәүерендә һәм Йушағтан һуң йәшәгән, Раббының Исраил өсөн ҡылған бөйөк эштәрен күреп белгән аҡһаҡалдар иҫән саҡта, халыҡ Раббыға тоғро хеҙмәт итте.
Исраил халҡы һаман Раббы хуш күрмәгән яуыз эштәр ҡылыуын дауам итте, Бәғелдәргә һәм Ғаштареҫтарға, Арам, Сидон, Моав, Ғаммон, Пелешеҫ халыҡтарының илаһтарына табынды. Улар Раббыны ташланы, Уға хеҙмәт итмәне.
Раббынан, үҙҙәренең ата-бабаларын Мысыр еренән алып сыҡҡан Алланан, баш тартып, икенсе илаһтарға, үҙҙәрен уратып алған халыҡтарҙың илаһтарына әүрәп, уларға сәждә ҡылды, бының менән Раббыны асыуландырҙы.
Ләкин улар үҙҙәренең хакимдарын да тыңламанылар, Раббыға тоғролоҡ һаҡламайынса, бүтән илаһтарға табындылар. Раббының бойороҡтарын ғәмәлгә ашырған ата-бабалары һымаҡ эшләмәнеләр, улар йөрөгән юлдан тиҙ арала тайпылдылар.
Ләкин хаким үлеү менән, исраилдар йәнә элекке ҡылыҡтарына тотондо, сит илаһтарға әүрәп, уларға эйәреп китә, хеҙмәт итә һәм сәждә ҡыла башлар булды, аталарынан да хәтәрерәк ғәмәлдәр ҡылды – үҙҙәренең яман эштәренән ваз кисмәне һәм тиҫкәрелектәрен дауам итте.
Исраил халҡы Раббы күҙендә яман булғанды ҡылды – Аллалары Раббыны онотоп, Бәғел һәм Ашера боттарына табынды.
Гидғон был алтындан эфод эшләтте лә үҙенең ҡалаһы Ғофрала урынлаштырҙы. Исраилдар, Раббыға тоғролоҡ һаҡламайынса, бында табынырға йөрөй башланы. Был эфод Гидғонға һәм уның бөтә зат-зәүеренә тоҙаҡ булды.
Йоаш улы Гидғон бик ҡартайып үлде һәм Авиғәзәр нәҫеле йәшәгән Ғофрала атаһы Йоаштың төрбәһендә дәфен ҡылынды.
Шәхәмдәр яланға баҡсаларға барып йөҙөм йыйҙы, уны һығып, байрам ойошторҙо, үҙ илаһтарының йортонда ултырып ашаны-эсте һәм Авимәләхте һүкте.
Шунан уға Бәғел-Бериҫ ҡорамынан етмеш шекел көмөш бирҙеләр. Авимәләх был аҡсаға эшһеҙ йөрөгән һәр төрлө әтрәгәләмде йыйып, үҙ артынан эйәртте.
Был хаҡта ишеткәс, Шәхәм манараһындағы халыҡ Эл-Бериҫ ғибәҙәтханаһының нығытмаһына инеп йәшенде.