Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 8:27 - Изге Яҙма

27 Гидғон был алтындан эфод эшләтте лә үҙенең ҡалаһы Ғофрала урынлаштырҙы. Исраилдар, Раббыға тоғролоҡ һаҡламайынса, бында табынырға йөрөй башланы. Был эфод Гидғонға һәм уның бөтә зат-зәүеренә тоҙаҡ булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 8:27
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сүлде иһә Ул күл итә, Ҡоро далала шишмәләр урғылдыра.


Иҙелеү, бәлә-ҡаза һәм ҡайғыларҙан Улар йәнә кәмегән, түбәнһетелгән саҡта


Был халыҡтар һинең ерҙә йәшәргә тейеш түгел. Юҡһа улар һине Миңә ҡаршы гонаһҡа этәрер. Уларҙың илаһтарына табыныу – һинең өсөн тоҙаҡ булыр.


Һарун уларҙы иретте лә үгеҙ башмаҡ һыны ҡойҙо. Ә кешеләр: – Эй Исраил, бына һине Мысырҙан алып сыҡҡан аллаң! – тип ҡысҡырышты.


Уларҙың ҡыҙҙарын улдарығыҙға кәләш итеп алмағыҙ. Улар үҙ илаһтары менән яманлыҡ ҡылғанда, улдарығыҙҙы ла ошо яманлыҡҡа тартыр.


Бары ҡанун һәм шаһитнамәгә генә мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр ҙә уларҙың әйткәне шуларға тап килмәй икән, улар өсөн таң атмаясаҡ.


Биҙәүестәренең гүзәллегенә ғорурландылар, уларҙан ерәнгес боттарының һындарын эшләнеләр. Шуға күрә лә ул әйберҙәрҙе кешеләр өсөн нәжес нәмәгә әйләндерәм.


«Әсәйегеҙҙе әрләгеҙ, әрләгеҙ, Сөнки башҡаса ул Минең ҡатыным түгел, Мин дә уның ире түгелмен. Әйҙә, ул йөҙөнән фәхешлекте, Ҡуйынынан хыянатты алып ташлаһын.


Был Исраил халҡы оҙаҡ ваҡыт батшаһыҙ һәм башлыҡһыҙ, ҡорбанһыҙ һәм табыныу бағаналарһыҙ, эфодһыҙ һәм йорт илаһтарыһыҙ йәшәйәсәк тигәнде аңлата.


Аллағыҙ Раббы бөтә ырыуҙарығыҙҙың ерҙәре араһынан Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урынға ғына барығыҙ, Раббыға унда табынығыҙ.


Аллаң Раббы ҡулыңа тапшырасаҡ бар халыҡтарҙы юҡ ит; уларҙы ҡыҙғанма, илаһтарына табынма, сөнки был – һинең өсөн тоҙаҡ.


Илаһтарының боттарын утта яндырығыҙ. Боттарҙың өҫтөндә булған алтынға ла, көмөшкә лә күҙегеҙ ҡыҙмаһын. Уларҙы алмағыҙ, юғиһә тоҙаҡҡа төшөрһөгөҙ. Сөнки был боттар Аллағыҙ Раббыға ерәнгес.


Шул рәүешле был Михаяһ тигән кешенең ғибәҙәтханаһы барлыҡҡа килде. Эфод менән йорт илаһтарының һындарын эшләтеп, улдарының береһен ҡаһин итеп ҡуйҙы.


Лаиш ерен ҡарарға барған теге биш кеше туғандарына: – Беләһегеҙме, ошо йорттарҙа эфод, йорт илаһтарының һындары, бот менән ҡойолма илаһ бар. Уйлағыҙ, улар менән нимә эшләргә? – тине.


Теге ерҙе ҡарарға барған биш кеше иһә, йортҡа кереп, ботто, эфод менән йорт илаһтарын һәм ҡойолма илаһты алып сыҡты. Был ваҡытта ҡаһин теге алты йөҙ ҡораллы кеше эргәһендә ҡапҡа төбөндә тора ине.


ә һеҙ был илдә йәшәгән кешеләр менән килешеү төҙөмәгеҙ, уларҙың ҡорбан усаҡтарын емерегеҙ», – тинем. Ләкин һеҙ әйткәндәремә ҡолаҡ һалманығыҙ. Нисек шулай эшләй алдығыҙ һеҙ?


Шуға күрә Мин дә былай тип әйтәм: «Был халыҡтарҙы һеҙҙең аранан ҡыуып ебәрмәйем. Улар һеҙгә – элмәк, ә уларҙың илаһтары һеҙҙең өсөн тоҙаҡ булыр».


Бер ваҡыт Раббы фәрештәһе Ғофрала Авиғәзәр нәҫеленән булған Йоаштың биләмәһендә үҫкән имән төбөнә килеп ултырҙы. Йоаштың улы Гидғон был мәлдә йөҙөм һыҡҡыс соҡорҙа мидйәндәрҙән йәшереп бойҙай һуға ине.


Гидғон ошо урында Раббыға ҡорбан усағы ҡорҙо һәм уны «Йәһүә-Шалом» тип атаны. Ул ҡорбан усағы Авиғәзәр нәҫеленең биләмәһендәге Ғофрала әле лә бар.


Ул һорап алған алтын һырғаларҙың ауырлығы, ярым ай рәүешендәге биҙәүестәрҙән, мунсаҡтарҙан һәм Мидйән батшаларының ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемдәренән һәм уларҙың дөйәләренең муйынынан сисеп алынған алтын биҙәүестәрҙән тыш, бер мең ете йөҙ алтын шекел ине.


Мидйәндәр ана шулай Исраил халҡына буйһондо, башҡаса баш күтәрмәне. Гидғон хакимлыҡ иткән заманда илдә ҡырҡ йылға тыныслыҡ урынлашты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ