20 Унан баш балаһы Йәҫәргә: – Бар, уларҙы үлтер, – тине. Ләкин егет ҡылысын сығарманы, сөнки, әле йәш булғанлыҡтан, ҡурҡа ине.
Уларға яҙылған хөкөмдө еренә еткерер. Уның барса тоғролары өсөн намыҫ эше был. Раббыны данлағыҙ!
Был батшаларҙы алып килгәс, Йушағ бөтә исраилдарҙы йыйҙы һәм үҙе менән яуға барған һуғышсыларҙың башлыҡтарына: – Бында килегеҙ һәм аяғығыҙҙы был батшаларҙың муйындарына ҡуйығыҙ, – тип бойорҙо. Тегеләр килеп батшаларҙың муйындарына баҫты.
Гидғон: – Улар минең бер туғандарым, әсәйемдең улдары ине. Тере Раббы шаһит: әгәр ҙә һеҙ уларҙы иҫән ҡалдырған булһағыҙ, мин һеҙҙе үлтермәҫ инем, – тине.
Зәвах менән Салмуннағ: – Һин беҙҙе үҙең үлтер. Кеше ниндәй, уның көсө лә шундай, – тине. Гидғон Зәвах менән Салмуннағты үлтерҙе, шунан уларҙың дөйәләренең муйынындағы ярым ай рәүешендәге биҙәүестәрҙе һалдырып алды.
Әммә Шемуил: – Ҡылысың ҡатындарҙы ҡайһылай балаһыҙ ҡалдырған, хәҙер әсәйең дә шулай улһыҙ ҡаласаҡ, – тип Гилгалда, Раббы ҡаршыһында, Агагты ҡылыс менән сабып үлтерҙе.