19 Гидғон: – Улар минең бер туғандарым, әсәйемдең улдары ине. Тере Раббы шаһит: әгәр ҙә һеҙ уларҙы иҫән ҡалдырған булһағыҙ, мин һеҙҙе үлтермәҫ инем, – тине.
Батша ант итеп: – Йәнемде бөтә бәлә-ҡазаларҙан йолоп алған тере Раббы шаһит! – тине. –
Түгелгән ҡан өсөн үс алыусы үлтереүсене үҙе үлтерһен, уның менән осрашҡан саҡта үлтерһен.
Зәвах менән Салмуннағтан: – Һеҙ Таворҙа үлтергән кешеләр ниндәй ине? – тип һораны. Тегеләр: – Улар һиңә оҡшаған, ҡиәфәттәре менән батша улдары һымаҡ ине, – тип яуап ҡайтарҙы.
Унан баш балаһы Йәҫәргә: – Бар, уларҙы үлтер, – тине. Ләкин егет ҡылысын сығарманы, сөнки, әле йәш булғанлыҡтан, ҡурҡа ине.
Бөгөн бында ҡуна ҡал да, иртәгә, әгәр ҙә ул үҙ бурысын үтәһә, яҡшы, әйҙә шулай итһен. Әгәр ҙә уның ярҙам иткеһе килмәһә, тере Раббы шаһит: һине мин үҙем алырмын. Йоҡла, таң атмай әле, – тине Боғаз.