16 Ул ҡаланың аҡһаҡалдарын ҡулға алырға бойорҙо, ҡала кешеләрен сәнскеле ҡыуаҡ сыбығы менән һуҡтырҙы.
Пахаҫ-Моав нәҫеленән Йешуағ менән Йоав тармағы – ике мең һигеҙ йөҙ ун ике кеше;
Зирәктең ауыҙынан хикмәт сығыр, аҡылһыҙҙың арҡаһына һуйыл төшөр.
Хаяһыҙ әҙәм – хөкөмдән, ахмаҡтың арҡаһы ҡамсынан ҡотола алмаҫ.
Уларҙың иң яҡшыһы – дегәнәк кеүек, Иң ғәҙеле – сәнскәк ҡыуаҡ. Ләкин бына күҙәтселәр иҫкәрткән көн – Яза көнө килеп етте, Ҡаушау солғап алыр уларҙы.
Шунан Гидғон, Суккоҫ халҡына килеп: – Бына Зәвах менән Салмуннағ! Ә һеҙ: «Зәвах менән Салмуннағты ҡулыңа төшөрмәгәс, беҙ һинең хәлдән тайған кешеләреңде ниңә ашатайыҡ?» – тип минән көлгәйнегеҙ.
Пенуилдағы манараны емереп, ҡалала йәшәүселәрҙе ҡырып ташланы.
– Раббы Зәвах менән Салмуннағты минең ҡулға тапшырғандан һуң, һеҙҙе сәнскеле ҡыуаҡ сыбығы менән һуҡтырасаҡмын, – тине Гидғон.