12 Зәвах менән Салмуннағ ҡасып китте, Гидғон иһә улар артынан ҡыуа төштө. Ул Мидйән батшаларының икеһен дә ҡулға алып, бөтә ғәскәрҙең ҡотон осорҙо.
Түрәләрҙе айырып ҡарамай, Байҙы ярлынан өҫтөн күрмәй. Сөнки һәммәһен дә Ул Үҙе бар ҡылды.
Һинең ишек алдыңда үткәргән бер көнөм Башҡа ерҙә уҙғарған мең көндән яҡшыраҡ; Алла йортоноң тупһаһында торғаным Залим сатыры түрендә йәшәүҙән артығыраҡ.
Йә Раббы! Был халыҡты ишәйттең, Уның ҡыуанысын арттырҙың. Ураҡ ваҡытында һөйөнгәндәй, Яумал бүлешкәндә шатланғандай, Улар Һинең хозурыңда ҡыуаналар.
Етеҙҙең ҡасырға хәле ҡалмаҫ, Көслөнө ҡеүәте ташлап китер, Ҡаһарман үҙенең йәнен ҡотҡара алмаҫ.
Күрҙем: Кушан сатырҙарын хәсрәт алған, Мидйәндең сатыр япмалары дәһшәттән тетрәй.
Гидғон Новах менән Йогбеһаның көнсығышындағы күсмә халыҡтар юлынан барып, тупламда вайымһыҙ йөрөп ятҡан дошман ғәскәренә һөжүм итте.
Йоаш улы Гидғон Хәрәс тарлауығы буйлап һуғыштан ҡайтып килешләй,