1 Әфраимдар: – Ниңә мидйәндәргә ҡаршы һуғышҡа сыҡҡаныңда беҙҙе саҡырманың? – тип Гидғонға ныҡ үпкәләнеләр.
Бына бер ваҡыт исраилдар килделәр ҙә батшаға: – Ниңә беҙҙең ағай-энеләр, Йәһүҙәнең ир-уҙамандары, һине бөтә ғаиләң, хеҙмәтселәрең менән бергә урлап тигәндәй алып китеп, Иордан аша алып сыҡтылар әле? – тинеләр.
Йәһүҙәнең ир-уҙамандары исраилдарға: – Сөнки батша – беҙҙең яҡын туғаныбыҙ. Ниңә асыуығыҙ ҡабара? Әллә беҙ батшаныҡын ашап-эстекме? Әллә батша беҙгә берәй бүләк бирҙеме? – тип яуап ҡайтарҙылар.
Ахмаҡты ҡыҙыулығы үлтерер, Бер ҡатлыны көнсөллөгө бөтөрөр.
Йомшаҡ яуап асыуҙы баҫыр, ҡаты һүҙ һарыуҙы ҡайнатыр.
Шулай уҡ мин һәр төрлө хеҙмәт, эштәге оҫталыҡ кешеләр араһындағы көнсөллөктән булғанын да күрҙем. Былар бөтәһе лә – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу.
Әфраим һөйләгән саҡта, барыһы ла тетрәп торҙо, Исраилда ул юғары дәрәжәлә ине, Әммә Бәғелгә табынып ғәйепкә батты һәм харап булды.
Гидғон уларға: – Һеҙҙең эшегеҙ менән сағыштырғанда, минең эшем нимә генә ул? – тип ҡаршы төштө. – Әфраим йыйған ҡалдыҡ йөҙөм Авиғәзәрҙең бөтә йөҙөм уңышынан артығыраҡ түгелме?