7 Раббы Гидғонға былай тине: – Мин һеҙҙе һыуҙы эт һымаҡ эскән өс йөҙ кеше менән ҡотҡарырмын һәм мидйәндәрҙе ҡулығыҙға тапшырырмын. Ҡалғандары иһә өйҙәренә таралһын.
Һыуҙы усынан ялап эскәндәр өс йөҙ кеше ине. Ҡалғандары һыуҙы теҙләнеп эсте.
Гидғон өс йөҙ кешене генә алып ҡалды ла, ҡалған исраилдарҙы сатырҙарына ҡайтарып ебәрҙе. Был өс йөҙ кеше ҡайтып киткәндәрҙең ашамлығын һәм мөгөҙ борғоларын алып ҡалды. Мидйәндәрҙең тупламы аҫта, үҙәндә ине.
Йонаҫан ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Әйҙә, был сөннәтһеҙҙәрҙең ғәскәре торған яҡҡа сығайыҡ, – тине. – Бәлки, Раббы беҙҙең өсөн берәй ғәмәл ҡылыр. Ҡотҡарам тиһә, Раббыға һинең күплегең дә, аҙлығың да ҡамасау түгел.
Дауыт тағы Раббыға мөрәжәғәт итте. Раббы уға: – Тор ҙа Ҡығилаға бар! Мин пелештиҙәрҙе һинең ҡулыңа тапшырам, – тип яуап ҡайтарҙы.