6 Һыуҙы усынан ялап эскәндәр өс йөҙ кеше ине. Ҡалғандары һыуҙы теҙләнеп эсте.
Уның ҡулы эшләгән һәр нәмә – дөрөҫ һәм ғәҙел, Уның бөтә бойороҡтары ышаныслы;
Кеше бөтә юлдарын да пак тип һанай, ләкин Раббы күңелдәрҙе һынап ҡарай.
Гидғон халыҡты һыу буйына алып төштө. Раббы уға былай тине: – Кем дә кем һыуҙы эт һымаҡ теле менән ялап эсә, шуны айырым ҡуй, шулай уҡ тубыҡланып эскәндәрҙе лә айырым баҫтыр.
Раббы Гидғонға былай тине: – Мин һеҙҙе һыуҙы эт һымаҡ эскән өс йөҙ кеше менән ҡотҡарырмын һәм мидйәндәрҙе ҡулығыҙға тапшырырмын. Ҡалғандары иһә өйҙәренә таралһын.