20 Өс төркөм дә борғо ҡысҡыртырға тотондо, көршәктәрен бәреп ватты! Һул ҡулдарына яҡтыртҡыстарын, уң ҡулдарына мөгөҙ борғоларын тотҡандар: «Раббы өсөн, Гидғон өсөн ҡылыс!» – тип һөрәнләне.
Ул көндө бөйөк борғо ҡысҡыртылыр; Ашшур ерендә аҙашып йөрөгәндәр, Мысырға һөрөлгәндәр, ҡайтып, Йәрүсәлимдәге изге тауҙа Раббыға сәждә ҡылыр.
Эй Раббы ҡылысы, Ҡасанға тиклем һин тынысланырһың? Ҡыныңа ҡабат инеп ят, Туҡта һин, тын!
ҡапыл, күҙ асып йомған арала, һуңғы борғо ҡысҡыртҡанда. Борғо ҡысҡыртҡанда үлеләр мәңге үлмәҫлек булып тереләсәк, ә беҙ, ул ваҡытта тере булғандар, үҙгәрәсәкбеҙ.
Әммә беҙ – ни бары хазина һаҡлаған балсыҡ һауыттар ғына. Бының менән был саманан тыш ҙур ҡөҙрәттең беҙҙеке түгел, ә Алланыҡы икәне күрһәтелә.
Бойороҡ ишетелгәндә, баш фәрештәнең саҡырыуы һәм Алла борғоһоноң тауышы аҫтында күктән Раббы Үҙе төшәсәк һәм Мәсихкә инанып үлгәндәр беренсе булып тереләсәк.
Һабил иман аша Аллаға Ҡабилға ҡарағанда яҡшыраҡ ҡорбан килтергән. Иман менән килтерелгәнлектән, уның бүләге Алла тарафынан хуплап ҡабул ителә һәм шуның менән ул тәҡүә булып раҫлана. Һабил, үҙе иҫән булмаһа ла, иманы аша әле лә һөйләй.
Был ҡала үҙе лә, унда булған бөтә нәмә лә харам ҡылынды: ул юҡ ителергә – Раббыға бағышланырға тейеш. Беҙҙең шымсыларҙы йәшергән өсөн, фәхишә ҡатын Рахавты ғына уның өйөндәге бөтә кешеләр менән бергә иҫән ҡалдырығыҙ.
Улар ҡалала булған бөтә йән эйәһен харам ҡылды – ир-атты, ҡатын-ҡыҙҙы, бала-сағаны, ҡарт-ҡороно, эре һәм ваҡ малды, ишәктәрҙе ҡылыстан үткәрҙе.
Улар борғоно оҙон-оҙаҡ итеп ҡысҡыртып ебәреү менән, бөтә халыҡ көслө итеп хәрби оран һалһын. Шул саҡта Йерихо диуарҙары емерелер һәм һеҙ туп-тура ҡалаға бәреп инерһегеҙ.
Шуға күрә, мин арағыҙҙан киткәс тә, быларҙы һәр ваҡыт иҫкә алырһығыҙ, тип тырышам.
Төн уртаһында, дошман тупламында һаҡсылар алмашынғандан һуң, Гидғон һәм уның менән йөҙ кеше тупламға яҡынлашты. Улар мөгөҙ борғоларын ҡысҡырта, ҡулдарындағы көршәктәрен вата башланы.
Тупламды уратып баҫтылар, һәр береһе үҙ урынында торҙо. Ә тупламдағылар йүгерешә, ҡысҡырыша башланы һәм ҡасырға кереште.
Икенсе көндө Шаул үҙенең кешеләрен өс төркөмгә бүлде. Улар таң алдынан тупламдың уртаһына үтеп инделәр ҙә көндөң ҡыҙыуына тиклем ғаммондарҙы тар-мар иттеләр. Иҫән ҡалғандары тырым-тырағай һибелде, бергә торған ике кеше лә ҡалманы.