Хакимдар 7:2 - Изге Яҙма2 – Яугирҙәрең артыҡ күп, – тине Раббы Гидғонға. – Мин мидйәндәрҙе уларҙың ҡулына бирмәйем, юҡһа исраилдар Минең алдымда: «Беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ ҡотҡарҙыҡ», – тип маһайыр. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Аса, Аллаһы Раббыға ялбарып, былай ти: – Раббым! Көслөгә лә, көсһөҙгә лә ярҙам итеү Һинең генә ҡулыңдан килә. Аллабыҙ Раббы, зинһар, ярҙам ит беҙгә, беҙ тик Һиңә өмөтләнәбеҙ, Һинең исемең менән ошо тиклем ҙур сиреүгә ҡаршы сыҡтыҡ. Эй Раббым! Һин – беҙҙең Аллабыҙ: әҙәм затының Һинән өҫтөн сығыуына юл ҡуйма.