Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 7:19 - Изге Яҙма

19 Төн уртаһында, дошман тупламында һаҡсылар алмашынғандан һуң, Гидғон һәм уның менән йөҙ кеше тупламға яҡынлашты. Улар мөгөҙ борғоларын ҡысҡырта, ҡулдарындағы көршәктәрен вата башланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 7:19
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Халыҡтарҙы тимер таяҡ менән ҡырырһың; Балсыҡ көршәктәй селпәрәмә ватырһың».


Ул һине ҡанат аҫтына алыр, Ҡаурыйҙары араһына һыйынырһың; Тоғролоғо – ҡалҡаның, ышығың булыр.


Таң алдынан Раббы болот һәм ут бағанаһы араһынан Мысыр ғәскәренә күҙ ташланы һәм уларҙы ҡурҡыуға һалды.


Төн уртаһында: «Кейәү килә, уны ҡаршыларға сығығыҙ!» – тип ҡысҡырған тауыш ишетелгән.


сөнки һеҙ Раббы көнөнөң, төндә ингән ҡараҡ кеүек, көтмәгәндә етәсәген яҡшы беләһегеҙ.


«Бына ҡараҡ кеүек көтмәгәндә киләм: яланғас йөрөмәҫ һәм хурлығы күренмәһен өсөн уяу торған һәм кейемдәрен тәртиптә тотҡан кеше бәхетле!»


Өс йөҙ кешене өскә бүлеп, уларҙың һәр береһенең ҡулына мөгөҙ борғо һәм буш балсыҡ көршәк тотторҙо, көршәк эсенә яҡтыртҡыстар ҡуйҙырҙы.


Мин һәм минең янымдағылар борғо ҡысҡырта башлаһаҡ, һеҙ ҙә, тупламды уратып, борғо ҡысҡыртығыҙ ҙа: «Раббы һәм Гидғон өсөн!» – тип ҡысҡырығыҙ.


Өс төркөм дә борғо ҡысҡыртырға тотондо, көршәктәрен бәреп ватты! Һул ҡулдарына яҡтыртҡыстарын, уң ҡулдарына мөгөҙ борғоларын тотҡандар: «Раббы өсөн, Гидғон өсөн ҡылыс!» – тип һөрәнләне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ