17 Уларға: – Миңә ҡарағыҙ ҙа, нимә эшләһәм, шуны эшләгеҙ, – тине. – Дошман тупламы янына килеп еткәс, һеҙ мин нимә эшләйем, шуны эшләгеҙ.
Шунан Ул шәкерттәренә былай тине: – Әгәр берәй кеше Минең артымдан барырға теләһә, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын йөкмәп, Миңә эйәрһен.
Мин Мәсихтән өлгө алған кеүек, һеҙ ҙә минән өлгө алығыҙ.
Һеҙгә Алла һүҙен еткергән етәкселәрегеҙҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ һәм ғүмерҙәренең һөҙөмтәһен уйлап, имандарынан өлгө алып, уларға эйәрегеҙ.
Һеҙгә ышанып тапшырылғандар өҫтөнән хакимлыҡ итмәгеҙ, ә көтөүегеҙгә өлгө булығыҙ.
Өс йөҙ кешене өскә бүлеп, уларҙың һәр береһенең ҡулына мөгөҙ борғо һәм буш балсыҡ көршәк тотторҙо, көршәк эсенә яҡтыртҡыстар ҡуйҙырҙы.
Мин һәм минең янымдағылар борғо ҡысҡырта башлаһаҡ, һеҙ ҙә, тупламды уратып, борғо ҡысҡыртығыҙ ҙа: «Раббы һәм Гидғон өсөн!» – тип ҡысҡырығыҙ.
Авимәләх ғәскәре менән Салмон тауына табан йүнәлде. Балта алып, ағас ботаҡтары ҡырҡҡыланы ла, иңбашына һалып, үҙе менән булған яугирҙәргә: – Минең нимә эшләгәнемде күрҙегеҙме? Һеҙ ҙә тиҙерәк шулай эшләгеҙ, – тине.