Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 7:12 - Изге Яҙма

12 Мидйәндәр, ғәмәлектәр һәм көнсығыш халҡы үҙәндә саранча һымаҡ күмәк ине. Дөйәләре лә диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле иҫәпһеҙ-һанһыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 7:12
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Исраил ғәскәре лә тупланды. Аҙыҡ-түлек алып уларға ҡаршы сыҡтылар һәм арамиҙар алдында туплам ҡорҙолар. Ерҙе ябып килгән арамиҙар ғәскәре ҡаршыһында Исраил яугирҙәре ике бәләкәй генә кәзә көтөүе кеүек күренә ине.


Ул көнсығыштағы һәм Мысырҙағы барлыҡ аҡыл эйәләренән дә аҡыллыраҡ ине.


Дауыттың мәҙхиәһе. Улы Авшаломдан ҡасҡан ваҡытта әйтелгән.


Раббының күҙе төбәлгән тәҡүәләргә, Ҡолағы уларҙың ялбарыуҙарына асыҡ.


Үтеп сыҡмаҫлыҡ ҡалын булһа ла, Урманын ҡырҡып бөтөрҙәр, – тип белдерә Раббы. – Улар саранчанан да күберәк, Һанап бөтөрөрлөк түгел.


Бөтә был батшалар, диңгеҙ ҡомо һымаҡ күп һанлы яугирҙәре, бихисап аттары һәм яу арбалары – олоғара ғәскәре менән яуға күтәрелде.


Исраилдар сәсеү эштәрен тамамлауға, мидйәндәр, ғәмәлектәр һәм башҡа көнсығыш халыҡтары Исраилға баҫып инә лә,


Шул арала барлыҡ мидйәндәр, ғәмәлектәр һәм башҡа көнсығыш халыҡтары берләште лә, Иорданды кисеп сығып, Изреғил үҙәнендә туплам булып торҙо.


Был халыҡтар үҙ малы, сатырҙары менән, саранча һымаҡ, ер баҫып килә, уларҙың үҙҙәренең дә, дөйәләренең дә иҫәбенә-һанына сығырлыҡ түгел. Исраил ерен талап, уны иңләп-буйлап йөрөйҙәр.


Гидғон яҡыныраҡ килде лә ҡолаҡ һалды. Бына бер кеше икенсеһенә төшөн һөйләй: – Бер төш күрҙем, – ти. – Арпа ононан бешерелгән бер йоморо икмәк мидйәндәр тупламы буйлап тәгәрәп йөрөй, имеш. Шунан ул сатырға килеп бәрелде лә, уны ауҙара һуҡты. Сатыр таралып төштө.


Зәвах һәм Салмуннағ ун биш меңлек ғәскәр менән Ҡарҡорҙа ине. Көнсығыш халыҡтары ғәскәренән йөҙ егерме мең һуғышсы һәләк булып, ошо хәтле генә яугир ҡалғайны.


Пелештиҙәр Исраилға ҡаршы яуға йыйынды. Улар утыҙ мең яу арбаһы, алты мең һыбайлыһы, диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле күмәк яугирҙәре менән килеп, Михмас эргәһенә Бейт-Ауендың көнсығышында туплам ҡорҙолар.


Дауыт уларға һөжүм итте һәм бер эңерҙән икенсе эңергә тиклем ҡырҙы. Дөйәләргә менеп ҡасҡан дүрт йөҙ егеттән башҡа ҡотолоп ҡалған кеше булманы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ