11 Унда нимә һөйләшкәндәрен ишетерһең, шул саҡта рухың нығыр, һәм һин тупламға һөжүм итерһең. Гидғон хеҙмәтсеһе Пура менән тупламдағы ҡораллы һаҡсылар эргәһенә төштө.
Уларҙың ҡайһыһы: «Көршәгеңдән һыу эсергә рөхсәт итһәңсе», – тип әйтеүемә: «Эс. Ҡана, мин дөйәләреңде лә һуғарайым», – тип яуап бирә, шул ҡыҙ ҡолоң Исхаҡҡа Һин насип иткән ҡатын булыр. Хужама Һин күрһәткән мәрхәмәттең билдәһе шул булһын!
Ете көн буйы шатлана-шатлана Сөсө икмәк байрамын билдәләнеләр, сөнки Раббы уларға ҡыуаныс бирҙе – Ашшур батшаһының илтифатын ҡаҙандырҙы һәм батша Исраил Аллаһының йортон һалыуға булышлыҡ күрһәтте.
Улар бөтәһе лә беҙҙе ҡурҡытырға теләй ине, күңелдәре төшөр ҙә эштәре барып сыҡмаҫ, тип уйланылар. Әммә мин тағы ла тырышыбыраҡ эшкә тотондом.
Шуға ла уларҙы урау юлдан, сүл буйлап, Ҡамышлы диңгеҙ тарафына әйҙәне. Исраил халҡы Мысырҙан сыҡҡанда һуғышҡа әҙер булып барҙы.
Шөһрәтенең байлығы менән һеҙгә эске яҡтан Үҙенең Рухы аша нығынырға ҡөҙрәт бирһен,
Йомғаҡлап шуны әйтәм: Раббыла Уның көсө һәм ҡеүәте менән нығынығыҙ.
Мин үҙемә ҡеүәт биреүсе Ғайса Мәсихтә барыһын да булдыра алам.
Бер үҙең төшөргә ҡурҡһаң, үҙең менән хеҙмәтсең Пураны ал.
Шунан Йонаҫан менән ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Беҙҙең янға менегеҙ! Һеҙгә бер һүҙ әйтәбеҙ, – тип ҡысҡырҙылар. Йонаҫан хеҙмәтсеһенә: – Минең арттан бар. Раббы уларҙы Исраил ҡулына бирҙе, – тине.
Шаулдың улы Йонаҫан, Хорешҡа Дауыт янына килеп, уның Аллаға өмөтөн нығытып китте.
Шунан Дауыт хитти халҡынан булған Ахимәләхкә һәм Йоавтың ҡәрҙәше Серуяһ улы Авишайға: – Кем минең менән тупламға, Шаул янына бара? – тип һораны. – Мин барам, – тине Авишай.