9 Һеҙҙе мысырҙарҙың ҡулынан, бөтә иҙеүселәрҙең ҡулынан ҡотҡарҙым, уларҙы алдығыҙҙан ҡыуып ебәреп, ерҙәрен һеҙгә бирҙем.
Раббы уларҙы бик күп тапҡыр ҡотҡарҙы, Әммә улар һаман башбаштаҡлыҡ күрһәтте, Енәйәттәре арҡаһында түбәнһетелде.
Алдыңдан Үҙемдең фәрештәмде ебәрәм, ҡәнғәниҙәрҙе, әмөриҙәрҙе, хиттиҙәрҙе, перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе һәм йевусиҙәрҙе ҡыуып таратам.
Һеҙгә: „Мин һеҙҙең Аллағыҙ Раббы! Үҙегеҙ йәшәгән әмөриҙәр ерендә уларҙың илаһтарына табынмағыҙ!“ – тинем. Һеҙ иһә әйткәндәремде тыңламанығыҙ».
Раббы Исраил халҡына бер пәйғәмбәр ебәрҙе. Пәйғәмбәр уларға былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин һеҙҙе Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан, алып сыҡтым.
Шунан Исраил халҡына әйтте: – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Исраилдарҙы Мысырҙан Мин алып сыҡтым. Һеҙҙе мысырҙарҙың һәм һеҙгә золом ҡылған бөтә батшалыҡтарҙың ҡулынан Мин азат иттем».