6 Исраил халҡы мидйәндәр арҡаһында хәйерсе көнөнә төштө һәм Раббыға ярҙам һорап ялбарҙы.
Шунан мин боҙоҡтарға юлыңды өйрәтермен, Гонаһлылар Һиңә кире ҡайтыр.
Йә Раббы, бәләгә ҡалғас, Һине эҙләнеләр; Язаң өҫтәрендә булған саҡта Хәсрәтләнеп доғаларын бышылданылар.
Улар һин үҫтергән уңышты, Икмәгеңде ашап бөтөр; Ул-ҡыҙҙарыңдың башына етер; Мал-тыуарыңды тамаҡлар; Йөҙөм һәм инжиреңде ҡалдырмаҫ; Ышанған нығытмалы ҡалаларығыҙҙы Ҡылысы менән емерер.
Шунан китәм, Үҙемдең урыныма ҡайтам – Ғәйептәрен танығансы, Хәсрәткә батып Мине эҙләргә, Ихласлап эҙләргә тотонғансы».
Эдомдар: «Беҙ емерелдек, ләкин харабаларҙы ҡабаттан торғоҙасаҡбыҙ», – тиһәләр ҙә, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы быға ҡаршы: «Улар төҙөр, Мин емерермен. Илдәре – яуызлыҡ иле, үҙҙәре мәңгелеккә Раббыны асыуландырған халыҡ, тип аталасаҡ», – тине.
Арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр һеҙҙән торған һайын өҫтөнөрәк була барыр, ә һеҙ түбәнәйгәндән түбәнәйерһегеҙ.
Исраил халҡы: – Һинең алдыңда гонаһ ҡылдыҡ! – тип Раббыға ялбарҙы. – Үҙ Аллабыҙҙы ташлап, Бәғелдәргә табына башланыҡ.
Исраилдар ярҙам һорап Раббыға ялбарҙы, һәм Раббы Исраил халҡына ҡотҡарыусы итеп Бинйәмин ырыуынан Гераның улы Эһудты ҡуйҙы. Эһуд һулаҡай ине. Исраил халҡы Эһуд аша Моав батшаһы Ғәғлонға яһаҡ ебәрҙе.
Исраилдар ярҙам һорап Раббыға ялбарғас, Раббы уларға ҡотҡарыусы итеп Ғоҫниилды, Калевтың ҡустыһы Ҡыназдың улын, ебәрҙе һәм ул уларҙы ҡотҡарҙы.
Исраил халҡы ярҙам һорап Раббыға ялбарҙы, сөнки туғыҙ йөҙ тимер яу арбаһы булған Явин исраилдарҙы егерме йыл буйы аяуһыҙ иҙҙе.
Исраил халҡы мидйәндәрҙән яҡлау һорап Раббыға ялбарғас,