4 сатырҙар ҡороп урынлашып ала, Газа ҡалаһына тиклем бөтә уңышты юҡ итә, исраилдарға ашарға ризыҡ та, эре мал менән ваҡ мал да, ишәк тә ҡалдырмай.
Уларҙың биләмәләре Сидондан алып Герар яғына табан Газаға тиклем, ә Содом, Ғамора, Адма һәм Севоим яғынан Лашағҡа тиклем һуҙыла.
Лут, тирә-яҡты байҡап, шуны күрҙе: Иордан йылғаһының үҙәне – Соғарҙың үҙенә тиклем – Раббы баҡсаһылай, Мысыр тупрағы ише һуғарыулы ерҙәр ине. Был Раббы Содом менән Ғамора ҡалаларын юҡ иткәнгә тиклем булғайны.
Хәйерсене рәнйеткән теләнсе – ашлыҡты ағыҙған ҡойма ямғыр ише.
Улар һин үҫтергән уңышты, Икмәгеңде ашап бөтөр; Ул-ҡыҙҙарыңдың башына етер; Мал-тыуарыңды тамаҡлар; Йөҙөм һәм инжиреңде ҡалдырмаҫ; Ышанған нығытмалы ҡалаларығыҙҙы Ҡылысы менән емерер.
Мин һеҙгә дәһшәт ебәрермен: ҡаты ауырыуҙар күндерермен, биҙгәк тотор, әрнеүҙән күҙҙәрегеҙҙең нуры ҡайтыр, йәнегеҙ ғазапланыр. Орлоғоғоҙҙо бушҡа ғына сәсерһегеҙ, сөнки уңышын барыбер дошмандарығыҙ ашар.
Ҡараҡ төштөмө әллә өйөңә, Әллә төнгө бурҙар керҙеме, Ниңә шулай бер нәмәһеҙ ҡалдың? Улар ҙа бит тик кәрәген генә алыр ине. Йөҙөм йыйыусылар баҡсаңа ингән хәлдә лә, Бер аҙ йөҙөм ҡалдырмаҫ инеме ни?
Сәсерһең, ләкин урмаҫһың, Зәйтүн һығырһың, май һөртөнмәҫһең; Йөҙөм иҙерһең, шарабын эсә алмаҫһың.
Һеҙҙе бөтөнләй белмәгән халыҡтар тупрағығыҙҙың уңышын, хеҙмәтегеҙҙең емешен ашар, ә һеҙ ғүмерегеҙҙе йәбер-яфала үткәрерһегеҙ.
Һеҙҙе бөлдөрөп юҡ иткәнгә тиклем малығыҙҙы, ерегеҙҙең уңышын ашап бөтөр. Һеҙгә икмәк тә, шарап та, зәйтүн майы ла, һыйырҙарығыҙҙың быҙауҙарын, һарыҡтарығыҙҙың бәрәстәрен дә бирмәҫ.
Исраилдар сәсеү эштәрен тамамлауға, мидйәндәр, ғәмәлектәр һәм башҡа көнсығыш халыҡтары Исраилға баҫып инә лә,