36 Гидғон Аллаға былай тине: – Үҙең әйткәнсә, Исраилды минең ҡулым менән ҡотҡарырға булһаң,
– Эй Раббы Хакимым! Был ерҙәрҙе мираҫ итеп аласағымды мин нимәнән белә алам? – тип һораны Ибрам.
– Раббының әйткән һүҙен бойомға ашырасағына билдә шул булыр, – тип яуапланы Ишағыяһ. – Күләгә ун баҫҡысҡа алғараҡ үтһенме, әллә ун баҫҡысҡа кире сигенһенме?
– Аллаң Раббынан берәй билдә һора. Үлеләр донъяһы һымаҡ тәрән йәки күк йөҙө шикелле бейек булһын.
Шуға күрә бөйөк Хаким Үҙе һеҙгә бер билдә бирә: бына йәш ҡатын ауырға ҡалып, бер улан табыр һәм уға Ғиммануил тигән исем ҡушыр.
Ғайса янына фарисейҙар менән саддукейҙар килде. Уны һынарға теләп, күктән илаһи билдә күрһәтеүен һоранылар.
Шунда Раббы уға табан боролдо ла: – Әйҙә, үҙеңдә булған көсөң менән барып исраилдарҙы мидйәндәр ҡулынан ҡотҡар, Мин һине Үҙем ебәрәм, – тине.
Раббы уға: – Мин һинең менән булырмын, һин мидйәндәрҙе бер кешене юҡ иткәндәй еңерһең, – тине.
мин бына ошонда, ырҙында, яңы ҡырҡылған һарыҡ йөнө йәйәм. Әгәр ҙә йөн өҫтөндә генә ысыҡ булып, ер ҡоро ҡалһа, Үҙең миңә вәғәҙә иткәнсә, Исраилды минең ҡулым менән ҡотҡарырыңды белермен.
Ә инде: «Беҙҙең янға менегеҙ», – тиһәләр, барырбыҙ. Тимәк, Раббы уларҙы беҙҙең ҡулыбыҙға тапшыра. Был беҙҙең өсөн билдә булыр.