32 Бәғелдең ҡорбан усағын емергән өсөн, кешеләр: «Бәғел унан үҙе һаҡланһын», – тип, ошо көндән Гидғонды Йеруббәғел тип йөрөтә башланылар.
Йеруббәшәҫ улы Авимәләхте кем үлтерҙе? Ул Тевеста бер ҡатын диуарҙан ырғытҡан тирмән ташынан һәләк булған бит. Ниңә улай ҡала диуарына яҡын барҙығыҙ?» – тиһә, һин уға: «Ҡолоң хитти Урияһ та һәләк булды», – тип әйтерһең.
Эй Йәһүҙә халҡы, нисә ҡалаң булһа, шул саҡлы уҡ илаһтарың бар һинең. Йәрүсәлим урамдары күпме булһа, әшәке Бәғелгә ҡорбан усаҡтарығыҙ шунса».
«Сүлдә йөҙөм ҡыуағы тапҡандай, Мин Исраилды таптым, Мин ата-бабаларығыҙҙы Емеше иртә өлгөргән инжир ағасылай күрҙем. Улар иһә Бәғел-Пеғорға килде, Күңелдәрен ерәнгес ботҡа бағышланы; Үҙҙәре лә яратҡан боттары һымаҡ Ҡәбәхәт хәлендә ҡалды.
Йоаш үҙен уратып алған кешеләргә: – Һеҙгәме һуң Бәғелде араларға, һеҙгәме һуң уны яҡларға? Кем дә кем Бәғелде яҡлап сыға, таңға тиклем үлемгә дусар буласаҡ. Әгәр ул ысынлап та алла икән, үҙенең ҡорбан усағын емергән кешенән үҙе һаҡлаһын.
Йеруббәғел, йәғни Гидғон, һәм уның менән бергә булған бар халыҡ, таңдан тороп, Харод инеше буйына туплам булып урынлашты. Мидйәндәр тупламы уларҙан төньяҡтараҡ, Море тауы янында, үҙәндә ине.
Шулай уҡ Йеруббәғел, йәғни Гидғон йортона ла, уның күрһәткән яҡшылыҡтарына ҡарамай, тоғролоҡ һаҡламанылар.
Раббы Йеруббәғелде, Баракты, Ифтахты, Шемуилды ебәрҙе һәм һеҙҙе уратып алған дошмандарығыҙ ҡулынан ҡотҡарҙы. Хәүефһеҙ йәшәнегеҙ.