28 Иртәнсәк ҡала халҡы йоҡонан торһа – Бәғелгә ҡуйылған ҡорбан усағы емерелгән, уның эргәһендәге Ашера ҡолғаһы ҡырҡылған, яңы ҡоролған ҡорбан усағында ҡорбан үгеҙе яндырылған.
Ул табыныу ҡалҡыулыҡтарын емерҙе, табыныу бағаналарын ватты, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы ҡырҡып ташланы, шулай уҡ Муса яһаған баҡыр йыланды юҡ итте. Сөнки исраилдар, Нехуштан тип исем ҡушып, шул көндәргә тиклем уның алдында хуш еҫ төтәтә торғайны.
Гидғон, хеҙмәтселәренән ун кеше алып, Раббы үҙенә нисек әйткән, шулай эшләне. Ләкин, үҙенең ғаиләһенән һәм ҡала кешеләренән ҡурҡҡанға күрә, быны төнөн башҡарҙы.
Улар бер-береһенән: – Быны кем эшләне икән? – тип һорай башланылар. Эҙләй, һораша торғас, быны Йоаш улы Гидғон эшләгәнен асыҡланылар.
Шул саҡ Шемуил бер имгән һарыҡ бәрәсен алды ла Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерҙе. Шунан Исраил өсөн Раббыға ялбарҙы. Раббы уға яуап ҡайтарҙы.