24 Гидғон ошо урында Раббыға ҡорбан усағы ҡорҙо һәм уны «Йәһүә-Шалом» тип атаны. Ул ҡорбан усағы Авиғәзәр нәҫеленең биләмәһендәге Ғофрала әле лә бар.
Раббы, Ибрамға күренеп, былай тине: – Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен. Ошо урында Ибрам үҙенә күренгән Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне.
Артабан ул Бейт-Илдән көнсығышта ятҡан тауға табан китте. Сатырҙарын көнбайышта урынлашҡан Бейт-Ил менән көнсығыштағы Ғай ҡалалары араһына ҡорҙо. Ибрам ошонда Раббыға ҡорбан усағы эшләп, Раббы исеменә доға бағышланы.
Был урынды Ибраһим Йәһүә-Йире тип атаны. «Раббы тауында хәстәрләнер», – тигән әйтем шунан ҡалған.
Ошо урында ул ҡорбан усағы эшләп, уны Эл-Элоһе-Исраил тип атаны.
Дауыт шул урында Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне һәм тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе. Шунан һуң Раббы шәфҡәтен һалды һәм исраилдарҙың үләттән ҡырылыуы туҡталды.
Был таштарҙан Раббы исеменә бағышлап ҡорбан усағы яһаны ла, уратып, ике сеа ашлыҡ һыйырлыҡ соҡор ҡаҙыны.
Йосадаҡ улы Йешуағ, уның ҡаһин ҡәрҙәштәре, Шеалтиил улы Зеруббавел, уның ҡәрҙәштәре бергәләп, Алла бәндәһе Муса ҡанунында яҙылғанса, тотош яндырыу ҡорбаны килтереү өсөн Исраил Аллаһына ҡорбан усағы эшләй башланы.
Муса ҡорбан усағы ҡорҙо һәм уны Йәһүә-Нисси, йәғни «Раббы – минең байрағым» тип атаны.
Уның дәүерендә Йәһүҙә ҡотҡарылыр, Исраил имен-аман ғүмер итер. Уны: „Раббы – беҙҙең тоғро ҡотҡарыусыбыҙ!“ – тип атарҙар».
Ул көндәрҙә Йәһүҙә ҡотҡарылыр, Йәрүсәлим имен-аман йәшәр һәм уны: «Раббы – беҙҙең тоғро Ҡотҡарыусыбыҙ!» – тип атарҙар.
Ҡаланың әйләнәһе ун һигеҙ мең терһәк булыр. Ҡала шул көндән алып «Йәһүә шамма» тип аталыр.
Былар Ғилғәд улдары: Иғәзәрҙән – Иғәзәр нәҫеле, Хелеҡтан – Хелеҡ нәҫеле,
Ҡәнғәндәге Гелилоҫҡа ҡайтып еткәс, Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы ошонда, Иордан йылғаһы буйында, ғәләмәт ҙур ҡорбан усағы эшләне.
Иртәгәһенә исраилдар иртүк торҙолар ҙа ошо урында ҡорбан усағы төҙөнөләр һәм тотош яндырыу ҡорбаны менән татыулыҡ ҡорбаны килтерҙеләр.
Раббы уға: – Имен булырһың, ҡурҡма, үлмәҫһең, – тине.
Гидғон был алтындан эфод эшләтте лә үҙенең ҡалаһы Ғофрала урынлаштырҙы. Исраилдар, Раббыға тоғролоҡ һаҡламайынса, бында табынырға йөрөй башланы. Был эфод Гидғонға һәм уның бөтә зат-зәүеренә тоҙаҡ булды.
Йоаш улы Гидғон бик ҡартайып үлде һәм Авиғәзәр нәҫеле йәшәгән Ғофрала атаһы Йоаштың төрбәһендә дәфен ҡылынды.
Шаул Раббыға бағышлап ҡорбан усағы төҙөнө. Был уның Раббыға бағышлап ҡорған тәүге ҡорбан усағы ине.
Шунан Рамалағы өйөнә ҡайта, унан да Исраилға хөкөм ҡылыр булды. Шунда ул Раббыға ҡорбан усағы төҙөнө.