Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 6:19 - Изге Яҙма

19 Гидғон ҡайтып кәзә бәрәсе салды, бер эфа ондан сөсө икмәк бешерҙе. Итте кәрзингә һалды, ә һурпаны көршәккә ҡойоп, имән төбөнә ҡунаҡҡа килтереп бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 6:19
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Эй хакимым, әгәр күңелеңә хуш килһәм, мин ҡолоң эргәһенән үтеп китмәһәң ине.


Ә мин икмәк алып киләйем, үҙәк ялғап алырһығыҙ, унан юлығыҙҙы дауам итерһегеҙ – барыбер мин ҡолоғоҙ янынан үтеп бараһығыҙ бит. – Әйҙә, әйткәнеңсә булһын, – тине мосафирҙар.


Әгәр мейестә бешерелгән икмәк саҙаҡаһы килтерһәң, иң яҡшы ондан зәйтүн майына баҫылған сөсө икмәк йәки өҫтөнә зәйтүн майы һөртөлгән йоҡа ғына көлсә булһын.


Йәнә бер ҡисса һөйләне Ғайса: – Күктәр Батшалығы ҡатын кеше бөтә ҡамырҙы ҡабартырға тип бер ҡапсыҡ онға болғаған әсеткегә оҡшаған.


Ҡорбан усағынан ялҡын юғарыға күтәрелә башлағас, Раббы фәрештәһе ялҡында күккә ашты. Быны күреп торған Маноах менән ҡатыны ергә ҡапланды.


Һиңә бүләгемде алдыңа һалғансы бер ҡайҙа ла китмәй тор. – Ярай, – тип яуапланы ҡунаҡ, – һин әйләнеп килгәнсе ултырып торормон.


Алла фәрештәһе уға: – Ит менән сөсө икмәгеңде бынау таш өҫтөнә һал да, һурпаны уларҙың өҫтөнә түк, – тине. Гидғон шулай эшләне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ