17 Быға Гидғон: – Әгәр күңелеңә хуш килгәнмен икән, минең менән ысынлап та Һин һөйләшкәнде белдергән берәй билдә бир, – тине. –
Ошо көндө Алла бәндәһе үҙенең һүҙҙәрен билдә менән раҫлап былай тине: – Был һүҙҙәрҙең Раббы тарафынан әйтелеүенең билдәһе шул булыр: ҡорбан усағы сатнар һәм эсендәге көлө ергә түгелер.
Әгәр ысынлап та шулай икән, ялбарып һорайым, миңә Үҙ ниәтеңде ас, Һине таныйым һәм күңелеңә күркәм булып ҡалайым. Был кешеләр – Һинең халҡың бит!
Беҙҙең – мин һәм Һинең халҡыңдың – күңелеңә хуш булыуыбыҙҙың билдәһе нимә? Һинең беҙҙең менән барыуың түгелме? Шуның менән Һин беҙҙе ерҙәге бүтән ҡәүемдәрҙән айыраһың да инде.
– Аллаң Раббынан берәй билдә һора. Үлеләр донъяһы һымаҡ тәрән йәки күк йөҙө шикелле бейек булһын.
Һиңә бүләгемде алдыңа һалғансы бер ҡайҙа ла китмәй тор. – Ярай, – тип яуапланы ҡунаҡ, – һин әйләнеп килгәнсе ултырып торормон.