16 Раббы уға: – Мин һинең менән булырмын, һин мидйәндәрҙе бер кешене юҡ иткәндәй еңерһең, – тине.
Алла уға: – Мин һинең менән булырмын. Һине Минең ебәреүемә шундай билдә булыр: халыҡты Мысырҙан сығарғанда ошо тауҙа Миңә ғибәҙәт ҡыласаҡһығыҙ, – тине.
Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; Ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң. Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын.
һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.
Ә шәкерттәре, юлға сығып, бөтә ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. Раббы уларға ярҙам итеп торҙо, һөйләгәндәрен илаһи билдәләр менән раҫланы.
Раббының көсө улар менән булды һәм бик күптәр, инанып, Раббыға табан боролдо.
Дошмандарығыҙға ҡаршы һуғышҡа сыҡҡанда, аттар, яу арбалары һәм һеҙҙән һан яғынан күпкә артығыраҡ ғәскәр күрһәгеҙ, уларҙан ҡурҡмағыҙ. Һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Аллағыҙ Раббы һеҙҙең менән.
Ғүмереңдең һуңғы көндәренә тиклем бер кем дә һиңә ҡаршы тора алмаясаҡ. Мин Муса менән бергә булдым – шуның ише һинең менән дә булырмын: һине ташлап китмәм, ҡалдырмам.
– Уларҙан ҡурҡма, – тине уға Раббы. – Мин уларҙы һинең ҡулыңа тапшырам. Берәүһе лә һиңә ҡаршы тора алмаҫ.
Раббы уларға хаким ебәргәндә, шул хаким менән Үҙе була торғайны. Хаким иҫән саҡта исраилдарҙы дошмандарынан ҡотҡарыр булды, сөнки иҙеүселәрҙән һәм ҡыҫырыҡлаусыларҙан иңрәгән халыҡты йәлләне.
Раббы фәрештәһе уға күренеп: – Эй ҡаһарман һуғышсы! Раббы һинең менән! – тине.
Гидғон Аллаға былай тине: – Үҙең әйткәнсә, Исраилды минең ҡулым менән ҡотҡарырға булһаң,
Бына бер ваҡыт Бейт-Ләхәмдән Боғаз килеп, ураҡсыларҙы сәләмләне: – Раббы һеҙҙең менән булһын! Ураҡсылар уға: – Раббы һиңә фатихаһын бирһен, – тип яуапланы.