Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 6:13 - Изге Яҙма

13 Быға Гидғон: – Эй хакимым, Раббы беҙҙең менән икән, ниңә беҙ был көнгә төштөк? Уның ата-бабаларыбыҙ һөйләгән хикмәттәре ҡайҙа? Улар бит: «Раббы беҙҙе Мысырҙан алып сыҡты», – тип һөйләй торғайны. Хәҙер килеп Раббы беҙҙе ташланы, беҙҙе мидйәндәр ҡулына биреп ҡуйҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 6:13
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сабыйҙар ҡорһағында бер-береһе менән тибешә башланы. Рабиға: – Ни өсөн миңә былай булды әле? – тип аптырап, Раббынан һорарға китте.


Ул Асаның ҡаршыһына сыға ла былай ти: – Аса, йәһүҙиҙәр һәм бинйәминдәр, һәммәгеҙ мине тыңлағыҙ! Һеҙ Раббы менән булған саҡта Ул да һеҙҙең менән була. Әгәр Уны эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ. Әгәр Уны ташлаһағыҙ, Ул да һеҙҙе ташлар.


Ҡотҡар халҡыңды, Биләмәң булған халҡыңа фатиха бир. Уларға көтөүсе бул, Һәр саҡ ҡул осоңда йөрөт!


Йырсылар етәксеһенә: «Лилиә сәскәләре» көйөнә. Ҡорах улдарының уйланыуҙары. Ғишыҡ йыры.


Күңелемдә таша күркәм һүҙҙәр, Шиғырымды бағышлайым батшаға, Маһир кәтип ҡәләмеләй булһын телем.


Кейемеңдән мирра, йөҙйәшәр, кассия еҫе аңҡый; Фил һөйәге менән биҙәлгән һарайыңда Ҡыллы уйын ҡоралдарының моңдары күңелеңде аса!


Ярлы-фәҡир менән мохтаждар, Һыу эҙләп тапмаған саҡта, Сарсауҙан телдәре ҡорор. Мин, Раббы, уларға яуап ҡайтарырмын, Мин, Исраил Аллаһы, уларҙы ташламам!


Унан халыҡ әүәлге көндәрҙе, Муса заманын иҫкә төшөрҙө. Үҙ көтөүен һәм көтөүселәрен Диңгеҙҙән алып сыҡҡан, Араларына Изге Рухын ебәргән,


Йә Раббы, күктән түбәнгә ҡара, Мөҡәддәс һәм күркәм торлағыңдан күҙ һал! Ҡайҙа Һинең ғәйрәтең менән ҡөҙрәтең? Күңелеңдәге наҙың менән мәрхәмәтеңде Беҙҙән ҡыҙғандың.


Эй Йермеяһ, был халыҡ араһынан берәйһе, пәйғәмбәр йәки ҡаһин һинән: «Раббы беҙгә был хәбәрҙе ебәреп, нимә йөкмәтмәксе икән?» – тип һораһа: «Раббы: „Һеҙ үҙегеҙ Миңә йөк. Мин һеҙҙе алып ташлаясаҡмын!“ – тип белдерә», – тиерһең.


Быларға өҫтәп, тағы нимә әйтергә? Алла беҙҙең яҡлы булғас, кем беҙгә ҡаршы һуң?


Бар ҡәүемдәр: «Раббы ни өсөн был илгә шулай эшләне? – тип һорар. – Был дәһшәтле асыуҙың сәбәбе ниҙә?»


Шул саҡ уларға асыуым ялҡынланыр һәм Мин, уларҙы ташлап, йөҙ сөйөрөрмөн. Улар башҡаларға ем булыр, баштарына һанһыҙ михнәт-ҡайғылар ябырылыр һәм яза көнөндә: «Был бәләләр башыбыҙға Аллабыҙ беҙҙең менән булмаған өсөн төштө», – тип әйтерҙәр.


Исраил халҡы йәнә Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла башланы, һәм Раббы уларҙы ете йылға мидйәндәр ҡулына тапшырып ҡуйҙы.


Раббы фәрештәһе уға күренеп: – Эй ҡаһарман һуғышсы! Раббы һинең менән! – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ