10 Һеҙгә: „Мин һеҙҙең Аллағыҙ Раббы! Үҙегеҙ йәшәгән әмөриҙәр ерендә уларҙың илаһтарына табынмағыҙ!“ – тинем. Һеҙ иһә әйткәндәремде тыңламанығыҙ».
Раббы Исраил һәм Йәһүҙә халҡын бөтә пәйғәмбәрҙәре һәм әүлиәләре аша киҫәтеп: «Яман юлдарығыҙҙы ташлағыҙ, ата-бабаларығыҙға биргән һәм ҡолдарым пәйғәмбәрҙәр аша һеҙгә еткергән ҡанунымдағы бойороҡ-ҡағиҙәләремде үтәгеҙ», – тине.
Шулай итеп, улар Раббыға ла ғибәҙәт ҡылды, бында күсеп килгәнсе ниндәй ҡәүем араһында йәшәгән булһалар, шул ҡәүемдәрҙең йолалары буйынса үҙҙәренең илаһтарына ла хеҙмәт итте.
Былар барыһы ла Исраил халҡы үҙҙәрен Мысыр еренән алып сыҡҡан, Мысыр фирғәүене ҡулынан ҡотҡарған Аллалары Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылғанға күрә булды. Улар башҡа илаһтарға табынды,
Һин уларҙы элекке кеүек ҡануның буйынса йәшәргә өгөтләнең, әммә улар, тәкәбберләнеп, бойороҡтарыңа иғтибар итмәне. Һинең ҡарар-хөкөмдәреңде үтәгән һәр кем йәшәү тапһа ла, уларға ҡаршы гонаһ ҡылдылар, тиҫкәреләнделәр, ҡарыштылар, буйһонорға теләмәнеләр.
Ҡарағыҙ, һеҙ барған ерҙә йәшәүселәр менән килешеү төҙөшмәгеҙ – был һеҙгә тоҙаҡ буласаҡ!
Башҡа илаһтарға табынмағыҙ, сөнки Раббының исеме – Көнсөл, Ул көндәштәрҙе түҙмәй.
остаздарымдың өйрәткәнен алманым, кәңәш биргәндәрҙе һанламаным?
Раббы былай ти: «Башҡа ҡәүемдәрҙең юлын ҡыумағыҙ, Күктәге улар өрккән билдәләрҙән ҡурҡмағыҙ.
Әммә улар Мине тыңламаны, әйткәнемә ҡолаҡ һалманы; тиҫкәреләнделәр һәм өгөт-нәсихәтемде алманылар.
Тик һин ғәйебеңде таны: Аллаң Раббыға ҡаршы баш күтәрҙең, Һәр бер суҡ ботаҡлы ағас аҫтында Наҙҙарыңды ят илаһтарға өләштең, Әйткәндәремә ҡолаҡ һалманың, – тип белдерә Раббы. –
Әйҙә, оятҡа батып ятайыҡ, Хурлығыбыҙ беҙгә юрған булһын. Сөнки беҙ ҙә, аталарыбыҙ ҙа Йәш сағыбыҙҙан әлегә саҡлы Аллабыҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ, Аллабыҙ Раббының әйткәненә ҡолаҡ һалманыҡ».
Аллағыҙ Раббының миңә әйткән бөтә һүҙҙәрен бөгөн һеҙгә әйттем, әммә һеҙ Уның минең аша бөтә еткергәндәрен тыңламанығыҙ.
Шулай итеп, Ҡареах улы Йоханан, бөтә хәрби түрәләр һәм халыҡ Раббының Йәһүҙәлә ҡалырға бойороуын тыңламаны.
Раббының һүҙен тыңламайынса, Мысырға юлланды һәм Тахпанхесҡа барып етте.
Раббы былай тине: – Биргән ҡанунымды ташланылар, Минең әйткәндәремде тыңламанылар,
Ул әйткәндәргә ҡолаҡ һалманы, Һабаҡ алманы, өмөтөн Раббыға бағламаны, Аллаһына һыйынманы.
Әммә Һөйөнөслө Хәбәрҙе бөтөнөһө лә ҡабул итмәне, Ишағыяһ былай ти бит: «Раббым! Беҙ һөйләгән хәбәргә кем ышанды?»
һәм, камиллыҡҡа өлгәшкәндән һуң, Үҙенә тыңлаусан булған бөтөнөһө өсөн дә мәңгелек ҡотолоу сығанағына әйләнде.
Әгәр ҙә ки һеҙҙең Раббыға хеҙмәт иткегеҙ килмәй икән, кемгә хеҙмәт итерегеҙҙе хәҙер үк ошонда хәл итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһы аръяғында сәждә ҡылған илаһтарғамы, әллә әле һеҙ йәшәп ятҡан ерҙәге әмөриҙәрҙең илаһтарынамы? Әммә мин һәм минең нәҫелем Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ.
ә һеҙ был илдә йәшәгән кешеләр менән килешеү төҙөмәгеҙ, уларҙың ҡорбан усаҡтарын емерегеҙ», – тинем. Ләкин һеҙ әйткәндәремә ҡолаҡ һалманығыҙ. Нисек шулай эшләй алдығыҙ һеҙ?
Һеҙҙе мысырҙарҙың ҡулынан, бөтә иҙеүселәрҙең ҡулынан ҡотҡарҙым, уларҙы алдығыҙҙан ҡыуып ебәреп, ерҙәрен һеҙгә бирҙем.