8 Яңы илаһтар һайлағас, Һуғыш ҡала ҡапҡаһы алдына килде. Шул саҡ ҡырҡ меңлек Исраил халҡы ҡулында Ҡалҡан да, һөңгө лә күренмәне.
Сөнки Йәрүсәлим халҡы Мине ташланы, был урынды нәжесләне. Үҙҙәре лә, ата-бабалары ла, Йәһүҙә батшалары ла белмәгән башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәттеләр һәм был ерҙе ғәйепһеҙ кешеләрҙең ҡаны менән һуғарҙылар.
Раббынан, үҙҙәренең ата-бабаларын Мысыр еренән алып сыҡҡан Алланан, баш тартып, икенсе илаһтарға, үҙҙәрен уратып алған халыҡтарҙың илаһтарына әүрәп, уларға сәждә ҡылды, бының менән Раббыны асыуландырҙы.
Ләкин улар үҙҙәренең хакимдарын да тыңламанылар, Раббыға тоғролоҡ һаҡламайынса, бүтән илаһтарға табындылар. Раббының бойороҡтарын ғәмәлгә ашырған ата-бабалары һымаҡ эшләмәнеләр, улар йөрөгән юлдан тиҙ арала тайпылдылар.
Исраил халҡы ярҙам һорап Раббыға ялбарҙы, сөнки туғыҙ йөҙ тимер яу арбаһы булған Явин исраилдарҙы егерме йыл буйы аяуһыҙ иҙҙе.
Ҡоҙоҡ янында һыу биреүселәр тауышы: Унда Раббының еңеүҙәре, Исраил башлыҡтары еңеүҙәре тураһында йырлайҙар. Шул саҡ Раббы халҡы ҡапҡаларға ынтылды.
Исраилдың етәкселәре ҡалманы. Шулай булды һин, Девора, Исраилдың әсәһе, күтәрелгәнсе!