Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 5:6 - Изге Яҙма

6 Ғанаҫ улы Шамгар дәүерендә, Яғыл заманында юлдар бушап ҡалды, Юлсы урауҙан йөрөргә мәжбүр булды,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 5:6
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул дәүерҙә юлға сығыу ҡурҡыныс ине, килгәнгә лә, киткәнгә лә именлек булманы, ерҙә йәшәгән бөтә халыҡтар ҡуҙғыны.


Күҙ йәше менән орлоҡ сәскәндәр Шатланышып уңыш урыр;


Оло юлдар бушап ҡалды; сәфәр ҡылыусы юҡ. Килешеү боҙолдо, шаһиттар кире ҡағылды, Кешенең баһаһы бөттө.


Ҡырға сыҡмағыҙ, юлда йөрөмәгеҙ! Сөнки һәр тарафта – дошман ҡылысы, Тирә-яҡта – дәһшәт», – ти Йәрүсәлим халҡы.


Сионға илткән юлдар йәш түгә: Инде байрамдарға килеүсе юҡ, Бөтә ҡапҡалары бушап ҡалды. Уның ҡаһиндары ыңғыраша, ҡыҙҙары – ҡайғыла, Үҙе лә ғазап эсендә Йәрүсәлим.


Ә дошман һәр аҙымыбыҙҙы ауланы, Урамдарға сыға алмаҫ булдыҡ. Ахырыбыҙ яҡын, көндәребеҙ бөттө – Ғүмеребеҙҙең аҙағы етте.


Һеҙгә ҡырағай хайуандар ебәрермен. Улар балаларығыҙҙы үлтерер, малығыҙҙы ҡырыр. Шул арҡала һанығыҙ кәмеп, юлдарығыҙ бушап ҡалыр.


Шуға күрә лә һеҙҙең арҡала Сион баҫыу һымаҡ һөрөләсәк, Йәрүсәлим таш өйөмөнә әйләнәсәк, Ҡорам тауын урман ҡаплаясаҡ.


Унан һуң Ғанаҫ улы Шамгар хаким булды. Бер ваҡыт ул алты йөҙ пелешти кешеһен үгеҙ ҡыуа торған тимер осло күҫәк менән һуғып үлтерҙе. Ул да Исраилды ҡотҡарҙы.


Исраилдың етәкселәре ҡалманы. Шулай булды һин, Девора, Исраилдың әсәһе, күтәрелгәнсе!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ