5 Синай Раббыһы, Исраил Аллаһы Раббы алдында Тауҙар ҡалтырап торҙо.
Ямғыр урынына боҙ яуҙырҙы, Бөтә илдә йәшенен йәшнәтте.
Шул саҡ мин Раббыны исеме менән саҡырҙым, «Йә Раббым, йәнемде ҡотҡар!» – тинем.
Сөнки мин Һинең хаҡыңа хурлыҡ күрәм, Йөҙөмә сәркеү яғылды.
Ағай-энемә ят булдым, Әсәйемдең улдары мине сит күрә.
Лирала уйнап, йырлағыҙ Раббыға, Уны маҡтап мәҙхиә һуҙығыҙ!
Синай тауын тотош төтөн ҡаплағайны, сөнки Раббы уның өҫтөнә ут эсендә төштө. Тауҙан мейестән сыҡҡан һымаҡ төтөн бөркөлә, тау бик ныҡ һелкенә ине.
Бөтөн халыҡ күк күкрәгәнен, ялағай ялтырағанын, мөгөҙ борғо ғорлағанын, тау төтәгәнен ишетеп-күреп, ҡурҡыуҙан дер ҡалтыраны һәм артҡараҡ сигенә барҙы.
Гүйә әүәлдән алып Һин хакимлыҡ итмәгән, Исемеңде йөрөтмәгән халыҡҡа оҡшап ҡалдыҡ.
Раббы хозурында тауҙар тетрәр, Ҡалҡыулыҡтар ҡалтыраныр, Унан ҡурҡып, ер йөҙө, бар донъя Һәм унда йәшәүселәр тетрәнер.
Һине күреп, тауҙар дер һелкенде, Күктән һыуҙар ҡойон булып аҡты, Аҫта упҡын йыртҡыстай үкерҙе, Тулҡындарын өҫкә күтәрҙе.
Һеҙ ҡағылып ҡарарға мөмкин булған дөрләп янған тауға ла, эңергә һәм дөм ҡараңғыға ла, дауылға ла,