Хакимдар 5:3 - Изге Яҙма3 Ишетегеҙ, батшалар! Ҡолаҡ һалығыҙ, хакимдар! Мин Раббыға дан йырлайым, Исраил Аллаһы Раббы хаҡында көйләйем. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
– Мин Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббыма ысын күңелдән фиҙаҡәрлек менән хеҙмәт иттем, – тип яуапланы Ильяс. – Әммә Исраил халҡы Һинең менән төҙөшкән килешеүҙән ваз кисте. Улар Һинең ҡорбан усаҡтарыңды емерҙе, пәйғәмбәрҙәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡалдым. Хәҙер минең дә йәнемде ҡыймаҡ булып эҙәрләйҙәр.