29 Һарайҙың зирәк ҡатындары яуап ҡайтара, Үҙе лә улар әйткәненә ышана:
Батшабикәнең был ҡылығы хаҡында ишеткән юғары ҡатлам Фарсы һәм Мадай ҡатындары бөгөн үк шуны батшаның ҡул аҫтындағы бөтә түрәләргә әйтер – шул саҡта әҙәм оятына ҡалырһың, талаштан баш сыҡмаҫ.
Сисераның әсәһе тәҙрәнән тышҡа ҡарай, Күҙҙәрен ала алмай илай-һамаҡлай: „Ниңә уның яу арбалары һаман күренмәй, Тояҡ тауыштары ишетелмәй?“
„Моғайын, улар яумал йыя, бүлешәлер, Һәр яугиргә – берәр, ә бәлки, икешәр ҡыҙ. Сисераға биҙәкле туҡымалар, Сағыу сигеүле туҡымалар, Әсирҙән систереп алған Биҙәкле матур кейемдәр“.