27 Яғылдың аяҡ аҫтына ауҙы Сисера, Ергә йығылды. Ҡайҙа йығылһа, шунда йән бирҙе.
Сиондан Исраилға ҡотолоу килһә ине! Алла Үҙ халҡына муллыҡ-именлек ҡайтарғас, Яҡуп нәҫеле шатлыҡ кисерер, Исраил халҡы ҡыуаныр!
сөнки хөкөм итһәгеҙ, һеҙҙе лә шулай хөкөм итерҙәр; ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер.
Шәфҡәт күрһәтмәүсегә ҡарата хөкөм рәхимһеҙ булыр. Шәфҡәтлелек иһә хөкөмдән өҫтөн булыр!
Ҡулын ул сатыр ҡаҙығына һуҙҙы, Икенсе ҡулына сүкеш алып, Сисераға ҡундырҙы! Уның башын һуғып ярҙы, Сикәһен тишеп ебәрҙе.
Сисераның әсәһе тәҙрәнән тышҡа ҡарай, Күҙҙәрен ала алмай илай-һамаҡлай: „Ниңә уның яу арбалары һаман күренмәй, Тояҡ тауыштары ишетелмәй?“