16 Ниңә һин, Рәүвән, һарыҡ аҙбарҙары араһында Һыбыҙғы көйө тыңлап ултыраһың? Эйе, Рәүвән ырыуы уйға батҡан!
Исасхар ул – көслө ишәк ише, Йөктәр араһында ята булыр;
Белегеҙ, Раббы тоғро ҡолон Үҙенә айырып ала. Ҡасан ғына саҡырһам да, Ул мине ишетә.
Ҡала ҡапҡаһы төбөндә ултырғандар мине сәйнәй; Иҫеректәр минең хаҡта таҡмаҡ йырлай.
Килер быуын, тыуыр балалар белһендәр, Улар үҙ балаларына аңлатһындар:
Балаларығыҙға ҡалалар, кәзә-һарығығыҙға аҙбарҙар ҡороғоҙ, телегеҙ менән әйткәнде эшләгеҙ.
Муса Ғад менән Рәүвән улдарына былай тине: – Туғандарығыҙ яуға китер, ә һеҙ бында ҡалырһығыҙмы?
Башҡалар, Ғайса Мәсихкә ҡулай булғанды түгел, ә үҙ яғын нығыраҡ ҡайыра.
Уларҙың ахыры – һәләкәт, уларҙың аллаһы – ҡорһаҡ, улар оялырға кәрәк булған урында маҡтана. Улар бары тик донъя мәшәҡәттәре тураһында ғына уйлай.
Исасхар башлыҡтары – Девора менән! Исасхар Бараҡҡа тоғро – Уның артынан үҙәнгә һөжүм итте! Рәүвән ырыуы иһә тәрән уйҙа.