11 Ҡоҙоҡ янында һыу биреүселәр тауышы: Унда Раббының еңеүҙәре, Исраил башлыҡтары еңеүҙәре тураһында йырлайҙар. Шул саҡ Раббы халҡы ҡапҡаларға ынтылды.
Барып еткәс, дөйәләрен ҡала янындағы ҡоҙоҡ эргәһендә туҡтатты. Эңер мәле, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һыу алырға сыҡҡан ваҡыты ине.
Ул яланда бер ҡоҙоҡ күрҙе. Ҡоҙоҡ эргәһендә өс һарыҡ көтөүе ята ине. Малдарҙы шул ҡоҙоҡтан һуғаралар, әле иһә уның ауыҙы ҙур таш менән ябылғайны.
Бөтә көтөүҙәр ҙә йыйылғас, көтөүселәр был ташты шыуҙырып, һарыҡтарҙы һуғара ла һуңынан ташты кире ябып ҡуя икән.
Ҡала ҡапҡаһы янына сығып, Майҙанда урынымды алған сағымда
Иҙелгәндәргә хаҡ хөкөм ҡылған, Астарҙы икмәккә туйындырған. Раббы тотҡондарҙы азат ҡылыр,
Йәшәһен батша! Уға Шеваның алтынын бирһендәр; Уның өсөн туҡтауһыҙ доға ҡылһындар, Көн оҙоно Алланан фатиха һораһындар!
Ҡыуанышып, ҡотолоу шишмәләренән һыу алырһығыҙ.
Хөкөм сығарыусыға Ул ғәҙеллек рухы иңдерер, Ҡала ҡапҡалары алдында Дошманды кире борған яугиргә ҡеүәт бирер.
– Раббы йортоноң ҡапҡаһы янына баҫ та кешеләргә бына ошо һүҙҙәрҙе еткер: «Раббыға ғибәҙәт ҡылыр өсөн был ҡапҡанан ингән барлыҡ Йәһүҙә кешеләре, Раббы һүҙен тыңлағыҙ!
Һыуыбыҙҙы ла көмөш түләп эсәбеҙ, Утынды ла аҡсаға һатып алабыҙ.
Йәнебеҙҙе ҡыл өҫтөнә ҡуйып ризыҡ эҙләйбеҙ, Сөнки сүлдән ҡылыс янап тора.
Халҡым Минең, иҫеңә төшөр, Моав батшаһы Балаҡтың ниәттәрен, Беғор улы Билғамдың яуаптарын, Шиттимдән Гилгалғаса булғандарҙы Хәтергә ал, шунда аңларһың Раббының һиңә күпме яҡшылыҡ күрһәткәнен».
икеһе лә ҡала ҡапҡаһы янына килтерелһен һәм таш бәреп үлтерелһен. Сөнки ҡыҙ, ҡалала булып та, ярҙам һорап ҡысҡырмаған, ә ир икенсе кешегә йәрәшелгән ҡыҙҙы хур иткән. Арағыҙҙан яуызлыҡты шулай тамырынан йолҡоп ташлағыҙ.
Ул үҙенә иң яҡшы ерҙе һайланы, Уға етәксенең өлөшө бирелде, Халыҡ башлыҡтары йыйылғас, Раббының хаҡ хөкөмөн, Исраил хаҡындағы ҡарарҙарын Еренә еткереп ул үтәне.
Исраил ҡыҙҙары, йыл һайын өйҙән китеп, дүрт көн буйы Ғилғәд улы Ифтахтың ҡыҙын хәтергә алып йәш түгә.
Яңы илаһтар һайлағас, Һуғыш ҡала ҡапҡаһы алдына килде. Шул саҡ ҡырҡ меңлек Исраил халҡы ҡулында Ҡалҡан да, һөңгө лә күренмәне.
Хәҙер иһә хозурыма баҫығыҙ. Раббының һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға ҡылған барлыҡ яҡшылыҡтарын бәйән итеп, мин һеҙгә Раббы алдында хөкөм ҡылам.