1 Шул көндө Девора менән Авиноғам улы Бараҡ ошо йырҙы йырланы:
Раббы Дауытты бөтә дошмандарынан һәм Шаулдың ҡулынан ҡотҡарған көндө, Дауыт Раббыға бағышлап йыр башҡарҙы.
Йеһошафат халыҡ менән кәңәшләшкәндән һуң, ҡораллы һуғышсылар алдынан барып, Раббыға һәм Уның мөҡәддәс бөйөклөгөнә дан йырлар. «Раббыға шөкөр итегеҙ, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!» – тип тәҡрәр итер өсөн йырсылар билдәләй.
Шунан һуң барлыҡ йәһүҙиҙәр һәм йәрүсәлимдәр ҡыуанышып Йеһошафат артынан Йәрүсәлимгә ҡайтырға сыға, сөнки Раббы, дошмандарынан ҡотҡарып, оло ҡыуаныс бүләк итә.
Уның йырҙарҙа маҡталған эштәрен ҙурларға онотма,
Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
Ул диңгеҙ һыуҙарын турһыҡтағы кеүек бергә йыйған, Даръя һыуҙарын һаҡлауға һалған.
Шул саҡ Муса һәм Исраил халҡы Раббыға ошо данлау йырын йырланы: «Раббыға дан йырлайым: Ул бөйөк еңеү ҡаҙанды! Аты менән һыбайлыны диңгеҙгә бырғаны.
Мирйәм улар алдында ошо йырын һуҙҙы: «Раббыға дан йырлайым: Ул бөйөк еңеү ҡаҙанды! Һыбайлыны аты менән диңгеҙгә бырғаны».
Йә Раббы! Һин – Аллам минең! Һине ҙурлайым, исемеңде данлайым, Сөнки Һин әүәлдән ниәтләгән ғәжәп эштәреңде Ифрат тоғролоҡ менән ғәмәлгә ашырҙың.
Ул көндө Йәһүҙә ерендә ошондай йыр йырланыр: «Беҙҙең ҡалабыҙ көслө! Раббының ҡотҡарыуы – Уға үҙе диуар һәм нығытма.
Ул мәлдә исраилдар былай тип йырланы: «Эй ҡоҙоҡ, һыу менән тул! Ҡоҙоҡ хаҡында йырлағыҙ!
Мәрйәм былай тине: – Күңелем минең Раббыны данлай,
Исраил халҡы ҡыҫырыҡлағандан-ҡыҫырыҡлай барып, Ҡәнғән батшаһы Явинды бөтөнләй юҡ итте.
Ул саҡта Исраилда Лаппидоҫтың ҡатыны Девора пәйғәмбәр хаким ине.
Ханна Раббыға былай тип доға ҡылды: «Раббы йөрәгемә шатлыҡ бирҙе. Раббы менән көс-ҡеүәтем артты. Дошмандар алдында ауыҙ йырам, Сөнки ҡотҡарыуыңа ҡыуанам.