Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 4:5 - Изге Яҙма

5 Ул Әфраим таулығында Рама менән Бейт-Ил ҡалалары араһында үҫкән Девора хөрмәһе аҫтында ултырыр, үҙенә килгән исраилдарҙың дәғүәләрен хәл итер булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 4:5
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Рабиғаның һөт әсәһе Девора вафат булғас, уны Бейт-Илдән түбәндәрәк бер имән ағасы төбөнә ерләнеләр. Шуға күрә был ағасҡа Аллон-Бахут тигән исем бирелде.


Иртәгәһенә Муса халыҡтың дәғүәләрен хәл итергә ултырҙы. Халыҡ иртәнән кискә тиклем Муса янында аяғөҫтө баҫып торҙо.


Бер-бер эште хәл итергә кәрәк булһа, миңә киләләр. Мин улар менән һөйләшеп, ҡарар сығарам, Алланың ҡағиҙә һәм ҡанундарын еткерәм.


Инде һүҙемә ҡолаҡ һал, һиңә бер кәңәш бирәм. Алла һинең менән булһын! Халыҡ өсөн Алла алдында аралашсы бул, хәлдәрҙе Аллаға еткерә бар.


Халыҡ араһындағы низағтарҙы улар хөкөм итте, ауыр эштәрҙе Мусаға еткерә барҙы, ваҡ-төйәктәрен үҙҙәре хәл итте.


Раббы былай ти: «Рама ҡалаһында тауыш – Иңрәү, аяныслы һыҡтау ишетелә! Балалары өсөн Рәхилә илай был, Һис кемдең йыуатҡанын теләмәй, Сөнки балалары юҡтар инде».


Бейт-Илдән – Лузға, артабан аркиҙар йәшәгән Ғатароҫҡа йүнәлә,


Бейт-Ғарава, Семараим, Бейт-Ил,


Ул саҡта Исраилда Лаппидоҫтың ҡатыны Девора пәйғәмбәр хаким ине.


Әфраим таулығындағы Рамаҫаим-Суфим ҡалаһында бер кеше йәшәй ине. Уның исеме Әлҡана булып, Әфраим ырыуынан Йерохамдың улы ине. Йерохам – Әлиһу, Әлиһу – Тоху, ә Тоху иһә Суфтың улы.


Иртәгәһенә таңдан тороп Раббыға ғибәҙәт ҡылдылар ҙа Рамалағы өйҙәренә әйләнеп ҡайттылар. Әлҡана ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылды, һәм Раббы Ханнаны иҫенә төшөрҙө.


Шаул Дауыттың үҙ кешеләре менән ошо тирәлә күренгәне тураһында ишетте. Ул Гивғала бер ҡалҡыу ерҙә тамариск ағасы аҫтында ҡулына һөңгө тотоп ултыра ине. Эргәһендә бөтә ярандары баҫып тора.


Шемуил вафат булды. Бөтә Исраил йыйылып, уның өсөн йәш түкте. Уны Рамала, үҙ төйәгендә ерләнеләр. Бынан һуң Дауыт Паран сүленә китте.


Шунан Рамалағы өйөнә ҡайта, унан да Исраилға хөкөм ҡылыр булды. Шунда ул Раббыға ҡорбан усағы төҙөнө.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ