2 Раббы уларҙы Хасорҙа батшалыҡ иткән Ҡәнғән батшаһы Явин ҡулына тапшырҙы. Харошәҫ-Һаггоимда ғүмер һөргән Сисера уның ғәскәр башлығы ине.
Йә Раббы, күк ғәскәрҙәре Аллаһы, тыңла, Доғама ҡолаҡ һал, эй Яҡуп Аллаһы! Села
Раббы былай ти: «Мин ҡыуып ебәргән әсәгеҙҙең айырылышыу ҡағыҙы бармы әллә? Йәки Мин һеҙҙе берәйһенә бурысымды ҡайтарыр өсөн һатып ебәрҙемме? Юҡ, һеҙ гонаһтарығыҙ өсөн һатылдығыҙ, Әсәйегеҙ һеҙҙең енәйәтегеҙ арҡаһында ҡыуылды.
Уның түләрлек аҡсаһы булмағас, бурысын ҡайтарыр өсөн, батша уның үҙен дә, ҡатынын да, балаларын да, бөтә мөлкәтен дә һатырға әмер биргән.
Хасор батшаһы Явин, был хәлдәр тураһында ишеткәс, Мадон батшаһы Йовавҡа, Шимрон һәм Ахшаф батшаларына,
Адама, Рама, Хасор,
Шуға күрә Раббының Исраилға ҡарата асыуы ҡабарҙы; Ул исраилдарҙы пелештиҙәр һәм ғаммондар ҡулына тапшырҙы.
Сисера бөтә яу арбаларын – туғыҙ йөҙ тимер яу арбаһын – алып, үҙенең бөтә ғәскәрен Харошәҫ-Һаггоимдан Ҡишон йылғаһы буйына йүнәлтте.
Бараҡ дошмандың яу арбаларын һәм ғәскәрен Харошәҫ-Һаггоимғаса баҫтырҙы. Сисераның бөтә яугирҙәре ҡылыстан үткәрелде, бер кешеһе лә ҡалманы.
Әммә ата-бабаларығыҙ Аллалары Раббыны онотто. Шуға күрә Раббы уларҙы Хасор ғәскәре башлығы Сисераның, пелештиҙәрҙең һәм Моав батшаһының ҡулына тапшырҙы. Улар ата-бабаларығыҙға ҡаршы һуғышты.