18 Яғыл Сисераны ҡаршы алып: – Ин, әфәндем, ин беҙгә, ҡурҡма, – тине. Сисера эскә инде һәм Яғыл уның өҫтөнә балаҫ ябып ҡуйҙы.
Шунан һуң Ильясиғин арамиҙарға: – Һеҙ яңылыш юлдан бөтөнләй икенсе ҡалаға килгәнһегеҙ. Эйәрегеҙ, мин һеҙҙе туп-тура эҙләгән кешегеҙгә алып барам, – тине лә Самария ҡалаһына алып китте.
Сисера үҙе йәйәү ҡасып, ҡыни Хәвәрҙең ҡатыны Яғылдың сатырына килеп керҙе, сөнки Хасор батшаһы Явин менән ҡыни Хәвәр нәҫеле татыу ине.
Сисера унан: – Әҙерәк һыу бир әле, һыуһаным, – тип һораны. Яғыл, һөтлө турһыҡты сисеп, уға һөт эсерҙе лә йәнә балаҫты уның өҫтөнә ябып ҡуйҙы.