16 Бараҡ дошмандың яу арбаларын һәм ғәскәрен Харошәҫ-Һаггоимғаса баҫтырҙы. Сисераның бөтә яугирҙәре ҡылыстан үткәрелде, бер кешеһе лә ҡалманы.
Улар бар үләнде ашап бөттө, Ҡалдырманы баҫыуҙағы уңышты.
Эй Алла, беҙҙең ҡалҡаныбыҙ, Үҙеңдең мәсихеңдең йөҙөнә күҙ һал!
Йә Раббы, күк ғәскәрҙәре Аллаһы, тыңла, Доғама ҡолаҡ һал, эй Яҡуп Аллаһы! Села
Урынына ҡайтҡан һыуҙар Исраил халҡын диңгеҙ төбөнән баҫтырып барған фирғәүен ғәскәрен – яу арбаларын да, һыбайлыларын да тотош йотто. Уларҙың береһе лә иҫән ҡалманы.
Алла ҡанунын белмәйенсә гонаһ ҡылыусылар ҡанундан тыш һәләк булыр, ә уны белә тороп та, гонаһ ҡылғандар ҡанун буйынса хөкөм ителер.
Шәфҡәт күрһәтмәүсегә ҡарата хөкөм рәхимһеҙ булыр. Шәфҡәтлелек иһә хөкөмдән өҫтөн булыр!
Раббы Исраил ғәскәрҙәре алдында әмөриҙәрҙе дәһшәткә һалды. Исраилдар, дошмандарын Ғивғон эргәһендә тар-мар итеп, бөйөк еңеүгә өлгәште һәм ҡасҡандарын Бейт-Хоронға күтәрелгән юл буйлап Ғазыҡаға һәм Маҡҡыдаға еткәнсе ҡырып барҙы.
Раббы уларҙы исраилдар ҡулына тапшырҙы. Исраилдар, дошмандарын тар-мар итеп, Бөйөк Сидонға һәм Мисрефоҫ-Майимға тиклем, көнсығыштағы Миспе үҙәненә тиклем эҙәрләне. Уларҙың береһен дә ҡалдырмай ҡырып һалды.
Сисера үҙе йәйәү ҡасып, ҡыни Хәвәрҙең ҡатыны Яғылдың сатырына килеп керҙе, сөнки Хасор батшаһы Явин менән ҡыни Хәвәр нәҫеле татыу ине.
Раббы уларҙы Хасорҙа батшалыҡ иткән Ҡәнғән батшаһы Явин ҡулына тапшырҙы. Харошәҫ-Һаггоимда ғүмер һөргән Сисера уның ғәскәр башлығы ине.