Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 4:15 - Изге Яҙма

15 Бараҡ һөжүм иткәс, Раббы Сисераға, яу арбаларындағы һуғышсыларға, бөтә яугирҙәргә дәһшәт һалды. Сисера, яу арбаһынан төшә һалып, йәйәү ҡасып ҡотолдо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 4:15
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөнки Раббы Хаким арами тупламына яу арбаларының гөрһөлдәүе, ат тояҡтарының туҡылдауы – ҙур бер ғәскәр сығарған тауышты ишеттергәйне. Арамиҙар бер-береһенә: «Ҡарағыҙ әле, Исраил батшаһы беҙгә ҡаршы хитти һәм Мысыр батшаларын яллаған, күрәһең», – тиешеп,


Аллағыҙ Раббы был халыҡтарҙы һеҙҙең ҡулға тапшырыр – улар юҡҡа сығып бөткәнсе, был халыҡтарға Ул ҡурҡыу һалып торор.


Ошоларға өҫтәп тағы нимәләр һөйләргә? Гидғон, Бараҡ, Шимшон, Ифтах, Дауыт, Шемуил һәм пәйғәмбәрҙәр тураһында һөйләргә ваҡытым етмәҫ.


Раббы Исраил ғәскәрҙәре алдында әмөриҙәрҙе дәһшәткә һалды. Исраилдар, дошмандарын Ғивғон эргәһендә тар-мар итеп, бөйөк еңеүгә өлгәште һәм ҡасҡандарын Бейт-Хоронға күтәрелгән юл буйлап Ғазыҡаға һәм Маҡҡыдаға еткәнсе ҡырып барҙы.


Шемуил тотош яндырыу ҡорбаны ғәмәлен башҡарған ваҡытта, пелештиҙәр исраилдарға һөжүм итмәк булып яҡынлашты. Әммә Раббы ул көндө ҡеүәтле ауаз менән гөрһөлдәп пелештиҙәрҙең ҡотон алды. Улар Исраил яугирҙәре тарафынан тар-мар ителде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ