31 Унан һуң Ғанаҫ улы Шамгар хаким булды. Бер ваҡыт ул алты йөҙ пелешти кешеһен үгеҙ ҡыуа торған тимер осло күҫәк менән һуғып үлтерҙе. Ул да Исраилды ҡотҡарҙы.
Ғайса Мәсих мине һыуға сумдырырға түгел, ә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә ебәрҙе. Мәсих арҡысағының әһәмиәте юғалмаһын өсөн, вәғәзләгәндә хикмәтле һүҙҙәр ҡулланмайым.
Раббы Исраил халҡына былай тине: – Һеҙҙе мысырҙар, әмөриҙәр, ғаммондар, пелештиҙәр,
Ғаммондар яуға йыйынды һәм Ғилғәдтә туплам булып урынлашты. Шулай уҡ Исраил халҡы ла ғәскәр йыйҙы һәм Миспала туплам булып торҙо.
Шуға күрә Раббының Исраилға ҡарата асыуы ҡабарҙы; Ул исраилдарҙы пелештиҙәр һәм ғаммондар ҡулына тапшырҙы.
Шимшондың күҙенә ишәктең әле кибеп тә бөтмәгән яңаҡ һөйәге салынды. Ул шул һөйәкте алды ла мең пелештиҙе һуғып үлтерҙе.
Раббы, исраилдарҙы баҫҡынсыларҙан ҡотҡарыр өсөн, уларға хакимдар ҡуя башланы.
Ул көндө моавтар Исраилға ана шулай буйһондо. Илдә һикһән йылға тыныслыҡ урынлашты.
Эһуд вафат булғас, Исраил халҡы йәнә Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла башланы.
Ғанаҫ улы Шамгар дәүерендә, Яғыл заманында юлдар бушап ҡалды, Юлсы урауҙан йөрөргә мәжбүр булды,
Яңы илаһтар һайлағас, Һуғыш ҡала ҡапҡаһы алдына килде. Шул саҡ ҡырҡ меңлек Исраил халҡы ҡулында Ҡалҡан да, һөңгө лә күренмәне.
Әммә ата-бабаларығыҙ Аллалары Раббыны онотто. Шуға күрә Раббы уларҙы Хасор ғәскәре башлығы Сисераның, пелештиҙәрҙең һәм Моав батшаһының ҡулына тапшырҙы. Улар ата-бабаларығыҙға ҡаршы һуғышты.
Шул саҡта бөтә был йыйын Раббының ҡылыс һәм һөңгө менән ҡотҡармағанын төшөнөр. Был һуғыш – Раббыныҡы, Ул һеҙҙе беҙҙең ҡулға тапшыра.
Шулай итеп, Дауыт пелештиҙе һапҡы һәм таш менән еңде. Ул пелештиҙе бәреп үлтерҙе. Дауыттың ҡулында ҡылысы юҡ ине.
Шемуилдың һүҙе бөтә Исраилға таралды. Шул осорҙа исраилдар пелештиҙәргә ҡаршы яуға сыҡты. Улар Әвән-Ғезәрҙә, ә пелештиҙәр Афеҡта туплам ҡорҙо.