23 Шунан ул алғы яҡҡа сыҡты ла өҫкө ҡаттағы бүлмә ишеген үҙе артынан бикләп ҡуйҙы.
Батшаның ғиффәтле ҡыҙҙары кейә торған оҙон еңле күлдәк кейгән Тамарҙы хеҙмәтсе өйҙән ҡыуып сығарҙы ла артынан ишекте бикләп ҡуйҙы.
Эһуд, батшаның өҫкө ҡатта урынлашҡан бүлмәһенә күтәрелеп: – Минең һиңә Алла һүҙен еткерәһем бар, – тине. Ғәғлон ултырған урынынан торҙо.
Ҡылыс һабы менән ҡуша тегенең эсенә керҙе һәм икенсе осо арҡаһынан килеп сыҡты. Ҡылысты эс майы ҡапланы. Эһуд ҡылысты Ғәғлондың эсенән тартып алманы.
Ул сығып киткәс, Ғәғлондың хеҙмәтселәре килеп ҡараһалар, өҫкө ҡаттағы бүлмәнең ишеге бикле. – Күрәһең, үҙ хәжәте менән һалҡын бүлмәлә ултыра торғандыр, – тиеште хеҙмәтселәр.